Конгэк
0 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь , 09:30

Парлы йәшәүҙәргә ни етә?

Яҙмыштарҙың яҙылышы төрлөсә...

Парлы йәшәүҙәргә ни етә?
Парлы йәшәүҙәргә ни етә?

Кеше үҙ йәрен ҡайҙа ғына осратмай: берәүҙәр уны бөтөнләй сит яҡта йә бығаса күреп белмәгән тарафҡа илткән юлда, икенселәре күрше урамда йә көн дә тапаған таныш һуҡмағында, өсөнсөләр иһә ғүмере буйы аралашып йәшәгән туғандарына, дуҫтарына килеп табыша. Яҙмыштарҙың яҙылышы төрлөсә...

Сығыштары менән икеһе бер райондан булған Зилә һәм Әнүр Рыҫҡоловтарҙың юлдары ҡаланың кирбес заводында киҫешә.

1987 йылда Мәләүезгә эшкә килгән йәштәр 1988 йылда өйләнешеп, ғаилә ҡора.

- Башта үҙемдән һуң эшкә килгән ҡыҙҙарға, беҙҙә эсмәгән, тартмаған, ипле генә егет бар, шуға күҙ һалығыҙ әле, тип тик йөрөнөм. Тәртибе менән башҡаларҙан айырылып торған Әнүрҙе барыбыҙ ҙа хөрмәт итә инек. Шуғалыр ҙа, хеҙмәттәштәремдең береһенә шундай һәйбәт тормош юлдашы теләгәнмендер инде. Ул иһә уйламағанда, үҙемә насип булды ла ҡуйҙы, - тип көлә Зилә Миңлехәйер ҡыҙы.

Кеше яҙмышын үҙенсә күҙаллаһа ла, Юғары көс уны күптән хәл итеп, күктәргә яҙып ҡуйған булалыр инде. Бығаса бер-береһенең барлығын белмәй ҙә йәшәп ятҡан Күгәрсен районының Ҡалмаҡ ауылы егете менән Бикес ауылы ҡыҙын да ул Мәләүез ерендә осраштырып ҡуя...

 

Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең алдағы һандарының береһендә баҫылыр.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: