Конгэк
+1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь , 12:50

Ап-аҡ ҡарҙар яуа...

- Әпәт илап тороп ҡалдым. Өшөнөм, өҫтөмдә йоҡа плащ. Билет алдым. Поезд көтөп тышта торам. Шул йылы әллә ништәп сентябрҙә ҡар яуҙысы. Ошолай ябалаҡлап яуҙы. Улыма барған һайын йөрәгем өшөр ине, ҡар яуған өсөн түгел. Туңға әйләнделәр үҙҙәре...

Ап-аҡ ҡарҙар яуа...
Ап-аҡ ҡарҙар яуа...

Ҡыш. Ап-аҡ ҡарҙар яуа. Вокзал.
-Хуш бул, Сибай!
Һуңлап ҡуймайым тип, сатай-ботай югереп килеп етәм. Проводницаға паспортымды һонам. Йылы вагонға инәм,үҙемдең купемды эҙләп табып, кушеткаға ауам:
- Ниһайәт, йоҡлайым!!!
- Һаумыһығыҙ! - Оло ғына инәйҙе ҡыҙы купеға тиклем оҙатып, багажын урынлаштыра.
- Һаумыһығыҙ.
- Сәйгә тигән ризыҡтарыңды өҫтәлгә ҡуяйым. Һыуһарһың ул. Сәй һорап эсерһең, йәме, әсей? Таңсулпан ҡаршы алыр. Ҡайғырма. Ярай, пока, әсей! -ә сәһен ҡосаҡлап үпәс итә лә, сығып, тышҡы яҡтан тағы беҙҙең тәҙрәгә килеп, ҡулын болғай:
- Покаааа!
- Бака, балам, бака, ярай бар ҡайт, өшөрһөң! - Инәй танауын тартып, күҙ йәштәрен һөртә.
Поезд ҡуҙғалып китә. Купела инәй менән икәү генәбеҙ.
Проводница постель индереп сыға:
- Кемдең сәй эскеһе килә? 40 һум!
- Рәхмәт, өйҙә һыҙыра эсеп сыҡтым. Кефирым бар, - инәй тунын сисеп элә, - матрасты төшөрөп бирһәгеҙ була, ҡалғанын үҙем түшәп алырмын.
Үҙемә урын йәйгәндә, бер юлы юлдашымдың да простыняларын түшәп, яҫтығына тышын кейҙереп бирәм.
- Үәт,рәхмәт яуғыры, матур кейәүгә тап булғыры, - үҙе кеткелдеге сығып көлгән була.
,,Минең ирһеҙ икәнем маңлайыма яҙылған микән?-уйлап барам, маңлайымды тызып, ҡыҙартып бөтәм.
-Тек-тек,тек-тек, - тәгәрмәс тауыштарын тыңлап, бер килке һүҙһеҙ барабыҙ.К үптән поезда йөрөгәнем юҡ . Һағындырған икән. Күҙемде йомғанмын да, поездың бәүелгәненә ләззәтләнеп ойоп барам.
- Ҡыҙым, кефир эс! - яурыныма инәй ҡағылғанға терт итеп ҡалдым:
- Аһ, хәҙер, йоҡлап барамсы...
-Әттә генәһе, уяттыммы әллә?
-Зарар юҡ. Юл оҙон, йоҡлармын әле, - стаканға ҡойолған кефирҙы тәмләп эсеп ҡуям, - рәхмәт,инәй.
-Һин дә Өфөгә тиклемме, ҡыҙым?
-Эйе.
-Ҡунаҡҡамы?
-Юҡ, шунда йәшәйбеҙ.
-Әәә, яҡшы. Мин ҡунаҡҡа бара ятам. Демала ҡаршы ала Таңсулпаным. Ҡыҙымдың ҡыҙы. Миңә аңғартырһың әле шул станцияға етә башлағас,йә үтеп китермен. Аллам һаҡлаһын.
- Йә, шулайтырмын.
-Санаторийға апара ҡыҙым, бер-ике көн ҡунаҡ булғас.
-Молодец,-бөгөнгө сабыу хәлде алған,йоҡлап үлеп барам.
Юлдашым бер аҙ тәҙрәнән ҡарап барҙы,шунан яҫтығын ҡабартырға теләп ҡаҡҡыслап-һуҡҡысланы,башын терәп ятты.Уң ҡабырғаһына,һул ҡабырғаһына ятып ҡараны,кире тороп ултырҙы,шул килеш,улай-былай борғоланды:
-Ояһын оҡшатмаған инә ҡаҙ һымаҡ ҡына ултырам инде...
Кефирын эсте.
Һиҙеп барам,инәй йөрәкһеп килә.Йоҡо алмай.Үҙенә урын тапмай:
,,Далалағы ҡамғаҡтай ғына булып, уйҙарым әллә ҡайҙарға тәгәрәшеп киттеләр.
Улым уйымда.Ун ете йыл элек ошолай поезда эргәһенә барып ҡайтҡайным.Шунан бирле поезға ултырғаным юҡ.Ныҡ алыҫта йәшәй улым.Үҙҙәре ун өс йыл элек килеп ҡайтҡайнылар ,инде ней ғөмөр үтте,бүтән ҡайтҡаны юҡ.Хат яҙмай,шылтыратып хәлде белә былай.Һау йөрөһөн.Шулай тейем дә,йыуатам үҙемде.
Улым техникум бөтөп,диплом алды ла Карелияға,тип сыҡты ла китте.Шунда тороп ҡалды.Хәҙер ҙур нашалник.Бер вредный мәрйәгә тап булды.
-Әсәй,туйыбыҙ була,кил,тип яҙҙы.Үҙем генә барҙым,апайҙарына ,,приглашинья" ебәрмәне.
Ике сумка баҙарыҡ,күстәнәстәр күтәреп киттем.Буласаҡ киленгә,,Счастье" тигән духи һатып алдым.Ҡоҙағыйҙарға,киленгә крипдишин күлдәклектәр алдым.Килеп төштөм.Бәй!Әллә ниндәй нациянан булып сыҡты килен.Атаһы урыһ,Волюда.Килендең өләсәһе ҡыҙы менән һуғыш ваҡытында икенсе илдән кербоваться ителеп килгәндәр икән.Сегән халҡына оҡшап тора ҡоҙағыйым.Марина атаһына оҡшап ,күк күҙле.
Килен падругаһының өйөндә туйға,тип кейенергә булды.Мине лә шунда ебәрҙеләр.Килендең настроеньяһы юҡ.,,Тып" баһып йөрөй.Миңә азый-бозой ҡарап ала.
Тышҡа сығып илап алам.Тора бирәм дә кире инәм.Тышта һыуыҡ.Ошолай ап-аҡ ҡарҙар яуып тора ине...
Алырымҡош,бирмәмҡоштай булып,улым өсөн айпашыр кәрәк булған да бит...Алла...Һы...
Туй башланып,баҙарыҡтарымды тапшырҙым,бар хәлемсә йәштәргә аҡса бирҙем кәнвиртткә тығып.РСУ ДОРҙа эшләй инем,асвальт түшәүсемен,аҡсам һәйбәт.
Туй бөтөп,ҡайтырға сыҡтым.Ер-һыу илап ҡайтып барам поезда:үҙҙәренең им-томдары менән баламды ныҡ итеп үҙенә ,,беректереп" ҡуйҙы инде.Апайҙарынан һыуындырып,туйға ла өндәшмәнеләр,тип илайым."
Юлдашым, байып барған ҡояшты күҙәтеп, байтаҡ өнһөҙ барҙы.Шунан мөңрәүгә күсте:
Йөрәк баштарына
ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...
- Бер ваҡыт килен Югославияға ял итергә китте.Мин улыма барҙым.Үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы бешереп һыйлайым баламды.Киленемдең ҡайтыр мәле етте.Сәк-сәк бешерҙем,щи бешерҙем.Ҡайтып төштө.Мине күргәс,йөҙө емерелеп китте.
Икенсе көн улыма әйтәм,ҡуй,ҡайтайым,тейем,билет ал.
-Әсәй,ҡайным юбилейына саҡырҙы,барып ҡайтайыҡ,тей быным.
Киттек Перьмға.Шунда тора ҡоҙаларым.Вокзалда улым өс морожный алды.Ашаныҡ.
Килен һорай:
-Азат,расчет взял?
-Взял,-тей инде улым.
-Зашим так малы?
-Всегда же так вазьму,тигән булды Азатым.
Үрле-түбәнле йөрөп кис булды.Йоҡларға урын һалып алдыҡ.Тышты ҡарап,уйланып китеп барам.
-Дай партманник!Дай партманник сюда,тип килен игәп тик килә баламды..
Мин түгелеп илап киләм тәҙрәгә ҡарап.Ништәп кенә китеп барам,тура ҡайтып китмәй,тип әрләйем үҙемде.Йөрәгем инде һыҙҙап барам.
-Дай сюда партманник,-сығарып тотторҙо улым.Килен башының аҫтына һалып йоҡлап китте.Юбилейға барып еткәнсә иланым.
Еттек килеп.Ҡунаҡ булдыҡ.Барғас күстәнәстәр алдым.Ҡоҙам һәйбәт.Икенсе көнө улым менән ҡоҙам охотаға киттеләр.Мин өйҙә ултырып ҡалдым.Байҡап ултырам өй эсен.
Бөтөн ер хрусталь.Бытиктене нимә итеп йыйҙылар икән,тип ултырам.Ул холодильник өҫтө ,шифанир өҫтө тулы.
Ҡайтып инде быларым охотанан,баяғы апҡайтҡан нәмәләрен бешереп,килендең падругаһын ире менән саҡырҙылар.Кухняла ултыралар.Азат минең менән спальныйҙа ултыра.Ҡунаҡ ир:Азат,айда кушайть,тигән була,ҡоҙағыйым,она кушал,тей ҙә ҡуя.
Шулай ҙа Азат ырығая ғына сығып ,ситтә генә ултырып ашаған булды.
Ҡайтырға көн етеп,буш сумка тотоп килдек вокзалға.Азат менән ҡоҙа оҙаттылар вокзалға тиклем.
-Әсәй,ошонан билет алырһың,тип бәләкәй генә тәҙрә эргәһенә һөйкәп,сыҡтылар ҙа киттеләр.Аҡсаң бармы ,тигән һүҙ ҙә юҡ.Әпәт илап тороп ҡалдым.Өшөнөм,өҫтөмдә йоҡа плащ.Билет алдым.Поезд көтөп тышта торам.Шул йылы әллә ништәп сентябрҙә ҡар яуҙысы.Ошолай ябалаҡлап яуҙы.Улыма барған һайын йөрәгем өшөр ине,ҡар яуған өсөн түгел.Туңға әйләнделәр үҙҙәре.
Ҡайтып еткәнсә иланым.Килеп төшкәс,билеттан ҡалған аҡсама өйҙәгеләргә күстәнәстәр алып,ҡайтып индем өйөмә.
Улыма джин күлдәк,ялтыр юлаҡлы шарф алып биреп киткәйнем:әсәй, ,,во!" тип,торғайны,шуларҙы көҙгө алдында кейеп ҡарап.Киленгә туйҙа апарған крипдишин дауарҙы ,джин күлдәкте,шарфты посылка менән кире ебәргән булдылар.Шулай,ҡыҙым.
Тап иткән инде мәрйәне.
Тау шыуырға барғанда,лыжыһын майҙатып,ҡайышын йүнәттереп,яҡындап алған улыма ...
Ярай,ҡыҙым ,йоҡла.Һиңә ял итергә лә бирмәй әбей.Мин Кутузов урамында торам.Үҙем генә.Баҡса үҫтерәм.Йәнемә ләззәт үҙе шул баҡса.Ҡыҙҙарҙың үҙ донъяһы.Үҙемдән артҡан йәшелсә,рассадаларҙы ,,Йәшел баҙарға"апсығам.Фариза апайҙан алабыҙ,тип шундуҡ алып китеп бөтәләр.Честно һатам.Бер кемдең артыҡ бер тинен алмайым.Башҡаларға ла өйрәтеп,критиковать итеп торам.
Серек помидор һатмағыҙ,ҡаймағығыҙ бүҫкә булмаһын,әсеп барған һөтөгөҙҙө һатмағыҙ,тейем.Дебет,носкиҙарығыҙ ҙа күркәм булһын!.Быуаҙ кеҫәртке һымаҡ булмаһын иләнгән йөнөгөҙ,тейем.Алған кеше ҡыуанып ,риза булып ,ҡайтһын,тип өйрәтәм.
Аҡсам булһын,тип тормайым инде,кеше араһында булайым,һөйҙәшәйем,тип сығам.
,,Фариза инәйгә ап-аҡ яуған ҡарҙар ҡыуаныс-шатлыҡтар килтерһен,юлдары хәйерле булһын!" -шулай теләктәр теләп,йоҡоға сумам.
Йүнләп йоҡламаны,Фариза инәй.Станцияны үтеп китермен,тип ҡурҡҡандыр,бер торҙо,бер ятты.
Сәғәт алтыла проводница ҡатын һөрән һалып,вагондағыларҙы уятты.
Багажын күтәрешеп,инәйҙе тамбурға оҙата сыҡтым.Һылыу ғына ейәнсәре ҡаршы алды инәйҙе.
-Һау бул,инәй,матур итеп ял итеп ҡайт!
-Үҙең һау йөрө,ҡыҙым!Кутузов урамы,2!!!Ҡунаҡҡа кил!
Ҡыш.Ап-аҡ ҡарҙар яуа.Вокзал.
-Һаумы,Өфө!!!

С.Тамимдар.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: