Үткәне бар... Һүткәне бар... көткәне бар...
Һаубуллашмай яныбыҙҙан киткәне бар...
Өмөттәрҙе аҡламайса, сирткәне бар...
Арттан килеп, яй сыҡҡанда, типкәне бар...
Һөйгәне бар... көйгәне бар... төйгәне бар...
Тар елкәгә ауыр йөктө өйгәне бар.
Һаҡһыҙлыҡтан, күңел өшөп тартышҡанда -
Яҡлағаны ... йондоҙҙарға , сөйгәне бар.
Кешеләрҙең ...йомоғы бар... асығы бар,
Тыумаҫ борон йәшәп туйған "ҡарсығы " бар;
Һәр ҡапҡаны майлы ҡалья булмаһа ла -
Мохтаждарға бирәм тигән янсығы бар.
Үлеме бар... тыуымы бар... уйыны бар...
Ҡомһоҙ бәндә кеҫәһендә уйыны бар.
Һәр әсәнең, өшөһә лә йәне, тәне -
Үҙ балаһын йылытырлыҡ ҡуйыны бар.
Үҫкәне бар...Сүккәне бар... Бүрткәне бар...
Йәшле күҙҙе, һөртөп алып ...үпкәне бар.
Танау сөйөп, юлдағыһын күрмәй , иҙеп,
Тормош юлын, гөнаһ йыйып үткәне бар.
Сапҡаны бар... ятҡаны бар... атлағаны...
Бар - кешенең ғәзиз йәнен һаҡлағаны ...
Бар - дуҫтарҙың ергә һалып тапағаны,
Бар - дошмандың ауыр саҡта һатмағаны...
...Үткән ғүмер ... бөгөнгөһө... бар - киләсәк...
Бер кем белмәй, киләсәктә - ни күрәсәк?
Яҙылғанын - күрә, белә, бары Раббым,
Ә хаҡтарын - бәндә үҙе түләйәсәк!
ФӘЙРҮЗӘ САЯПОВА
Автор фотоһы.