Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь , 10:40

Мейес

Күңелдәргә рәхәт йылы биреп,Түрҙә тора ауыл мейесе.Әсәкәйем уны аҡлап ҡуйһа,Балҡып китә ине өй әсе.

Мейес
Мейес

Күңелдәргә рәхәт йылы биреп,
Түрҙә тора ауыл мейесе.
Әсәкәйем уны аҡлап ҡуйһа,
Балҡып китә ине өй әсе.
Икмәк һала ине әсәй,
Ҙур мейестә, уңдырып.
Сәйҙәр эсә инек тәмләп,
Урындыҡта ултырып.
Бәлеш тә беште мейестә,
Суйында беште ашы.
Беҙҙең һыу кейемдәр менән
Тулды мейестең башы.
Һыуы ла шунда йылынды,
Күмәк керҙе йыуырға.
Ҡуҙы баҙлап төшөр ине,
Самауырҙы ҡойорға.
Бала саҡ, вайымһыҙ саҡ,
Сабып йороп уйнаныҡ
Өшөп,туңып,өйгә инеп,
Шул мейескә hыйындыҡ.
Килде башҡа заманалар,
Газ ҡаҙаны мөйөштә.
Өшөп инеп hыйынырлыҡ,
Юҡ бит хатта мейес тә.
Бер ни ҙә мәңгелҽк түгел,
Берәү килмәй ғүмергә.
Олоғая барған һайын,
Һағыш тула күңелгә.

Сажиҙә Көсөкбаева(Абдуллина)

https://vk.com/beauty_blog19

Автор фотоһы.

 

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: