Район-ҡала тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем замандашыбыҙ, еңел атлетика һәм өҫтәл теннисы буйынса күп тапҡыр республика чемпионы, «Бөркөт» спорт клубы ойошторған сараларҙы социаль селтәрҙә, матбуғат биттәрендә яҡтыртыусы, район инвалидтар ойошмаһында уларҙы үҙе ойоштороусы, өйөндә бөтмөр хужабикә, ир ҡатыны, әсәй, өләсәй ролдәрен уңышлы башҡарған Миләүшә Ишбулатованы күптәр белә.
Ташлыкүл ауылы ҡыҙы ғүмере буйы Мәләүезенә хеҙмәт итә. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡта крансыға уҡып ҡайтып, төҙөлөштә эшләй. Ҡалала бер-бер артлы ҡалҡып сыҡҡан күп ҡатлы йорттарға уның да тырышлығы һалынған. «Күккә олғашып торған кранда, бейектә ултырып эшләү хыялы менән яндым», - ти Миләүшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы, һөнәр һайлауға бәйле хәтирәләрен барлап.
Күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырып, эшләп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, яҙмыш уға ауыр һынауын ҡуя: 1997 йылда эш урынында йәрәхәт алыуҙан уның сәләмәт мөмкинлектәре сикләнә.
Райондың инвалидтар ойошмаһында теркәлгәс, үҙе кеүек мөмкинлеге сикле кешеләр менән аралашыу алға өмөт менән ҡарарға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә. Ойошма ағзалары менән танышҡас, бында берәү ҙә илап-һыҡтап ултырмай, һәр кем йәшәргә тырыша, тип уйлаған Миләүшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы оҙаҡламай үҙе лә шул көслө рухлылар рәтенә баҫа. Ихтыяр көсөн, мөмкинлектәрен спорт өлкәһендә һынау, район һәм республика кимәлендә уҙған төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү, чемпион исемен яулау... Һанап үтелгәндәрҙән тыш, ҡатын һәм әсә булараҡ башҡарырға тейеш бурыстарын уның иңенән берәү ҙә алып ташламаған була бит әле! Донъя көтөргә, улы менән ҡыҙына иғтибар бүлергә, уларҙы тәрбиәләргә лә кәрәк.
Тән һәм йән яраларын дауалап, артабан йәшәргә көс табып, аяҡҡа баҫҡансы байтаҡ ваҡыт талап ителә. Миләүшә апай ҡаланың «Көнкүреш йорто»на тегенсе булып урынлашып, ун бер йыл буйы халыҡҡа кәрәкле әйберҙәр тегә. «Көнкүреш йорто» ябылғансы, мастер булып эшләй.
Ауыр саҡтары хаҡында һөйләшкәндә лә, күҙенән бер тамсы йәш төшөрмәгән әңгәмәсемә ҡарап, уның сабыр һәм көслө рухлы кеше икәненә тағы бер ҡат инандыҡ. Ундайҙарға иһә яҙмышына йәки кемгәлер үпкә белдереү, зарланыу, илау-һыҡтау хас түгел.
- Ирем Рим Сынбулат улы уң ҡулым, ныҡлы терәгем, ярҙамсым. Бөтә эште бергә эшләйбеҙ. Үҙе ун балалы ғаиләге иң өлкән бала булараҡ, бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән. Мал йәнле кеше. Бесән, утын әҙерләүҙән тыш, йорт тирәһендәге мәшәҡәттәрҙән дә азат түгел. Мин башҡара алмағанды йәһәт кенә эшләп ҡуя. Тәмле итеп ашарға ла бешерә әле ул, - тип йылмая яҡташыбыҙ.
Тормошҡа яраҡлашып, ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәргә өйрәнгән замандашыбыҙ яҙмыш һынауына дусар булғандарға төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, үҙ-үҙеңә йомолмаҫҡа, кешеләр араһында булырға, күңелгә яҡын берәй шөғөл табырға һәм әүҙем булырға кәрәк тип кәңәш бирә.
Фото шәхси архивтан.