Беҙҙең ауыл йәмле Нөгөш буйында урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыларына ла бай ул урын. Тик ярты быуат элек урғылып ятҡан шишмәләре булһа, бөгөн уларҙың күбеһе ҡороно. Бары тик тәрән күлдәр генә йәшәп килә. Илле йыл элек уларға аҡҡоштар, ҡыр ҡаҙҙары, аҡсарлаҡтар ҡайта ине. Тик йылдар уҙған һайын хәлдәр үҙгәрә бара. Был мәҡәләне кешеләрҙең хәтирәләренә таянып яҙам.
Оло Шәриптә алты йөҙҙән ашыу йорт-ихата булыуы Әбей батша заманына тап килә. Шул осорҙа ауылда төрлө мөғжизәле хәлдәр булып торғанын оло йәштәге инәйҙәрҙән ишетеп белдем. Алтын инәй үҙҙәре 11-12 йәштә күргәндәрен бына ошолай бәйән итте.
«Мәсет кисеүе уңайлы.Ҡыйғас тигән тау аҫтында муйыл суҡ була ине, атай-әсәйҙәребеҙ менән бергә алты ҡыҙ, шуны йыйырға барҙыҡ. Был 1939 йыл булғандыр. Күп тә йөрөмәнек, әсәйҙәребеҙ ҡурҡышып ҡатып ҡалды. Йылан балаларының йыуан муйыл ағасынан шыуышып төшөп килгәнен һәм шунда һарыҡтыҡы кеүек ҙур башлыһының уралып, балалап ятыуын күреп, килгән яҡҡа йүгерҙек. Уның кәүҙәһе биҙрә йыуанлыҡ ине, тинеләр».
1966 йыл. Ҡыйғас тауы башында Чапаев исемендәге колхоздың тракторы ер һөрөп йөрөгәндә, ер убылып, трактор кабинаһына тиклем төшөп киткән. Уны автокран менән һөйрәтеп сығарғас, шул урында мәмерйә күренгән. Йән эйәһе төшмәһен тип, эттереп, күмеп ҡуйғандар. Унда беҙҙең ауылдың тракторсылар бригадиры ла була, Ғәйзулла Иманаев ағайҙың ярҙамға сығыуын һөйләнеләр. Тау янында ҡояшлы көндә лә ел-дауыл, көслө ҡойон сығыуын йыш күргәндәр. Һыуһаҡлағыстың һыуын төрлө ваҡытта ебәреү сәбәпле, һыуҙа үҫкән иҫ киткес матур томбойоҡтар юҡҡа сыҡты.
Бала саҡта Ҡыйғас тауының аҫтынан һыуға инеп киткән сәйер өңдәрҙе лә күрә инек. Ул урындарҙан бирерәк муйыл ағастарынан шырлыҡ барлыҡҡа килгән. Элек һыу буйлап ҡына йөрөй торғайнылар. Әхмәтҡәле Ҡотлосурин бабайҙың, ау һалып йөрөгәнемдә, ҙур йылан күреп, ҡабат ул тирәгә яҡын юлламаным, тигәне хәтерҙә.
Батыргирәй ҡарттың әбейе лә бер сәйер хәлде һөйләгәйне. Кистән һыйырым ҡайтмағас, иртән ҡайтыр әле, тинем дә, ятып йоҡланым. Малым иртәнге биштә лә күренмәгәс, биҙрә тотоп, питомник башына юл тоттом. Эҙләп, ҙур күл янына төшһәм, шаптыр-шоптор килгән тауыш ишеттем. Һыйырым һыу эсергә төшкәндер, тип уйланым. Ҙур, тирәк йыуанлыҡ нәмәнең күлгә төшөп барғанын күреп, шаҡ ҡаттым. Ҡулымдан биҙрәм төшөп китте, өйгә нисек ҡайтып еткәнде хәтерләмәйем. Ҡартыма был хәлде һөйләгәс, ен булғандыр, тине лә ҡуйҙы.
Флүрә апайҙың һөйләгәне лә иҫкә төштө. Әсәйем, Алма әбей Мәләүез баҙарына һыйыр алырға бара. Малын бәйләп, Ужа тауы аша тура ҡайтып килгәндә, Ужа йылғаһына ярты саҡрым ҡала, шыуышып барған йыландан өркөп, һыйырым мине артҡа һөйрәне. Уның аттың ике дилбәгәһе оҙонлоғонда булыуы мине ныҡ ҡурҡытты. Һыйырымды ысҡындырмай, байтаҡ һөйрәлеп барҙым. Ҡайтып ингәс тә тыныслана алмай, балаларым, күршеләрем менән байтаҡ илашып ултырҙыҡ, тип һөйләгәйне Флүрә апай.
Зәкәриә ағайҙың хәтирәләре лә аптыратырлыҡ: «Ат арбаһына ултырып күл буйына килә инем, малҡайым, ҡапыл артҡа сигенеп, мине осороп төшөрә яҙҙы. Нимәнән өрктө икән тиһәм, ағас йыуанлығындағы оҙон йылан күреп, иҫем китте. Уның башы тана башындай, үҙе һорғолт-көрән төҫтә ине. Һуңынан уның оҙонлоғон аҙымлап үлсәп ҡараным, 23 аҙым булды»,- тип һөйләне ағай.
Муйыл бешкән ваҡыт ине. Рәфҡәт еҙнә, Йәмил менән Яҡтыкүл ауылына, Нөгөш эргәһендәге ҙур күлгә килеп еттек. Ағастар ҡуйы булғанлыҡтан, күлгә яҡынайырлыҡ түгел. Унда ике ҡатын муйыл тирә ине. Эскә инмәгеҙ, былтыр беҙ ҙур йылан күрҙек, оҙонлоғо арғы күлдән икенсеһенә тиклем, йыуанлығы биҙрәләй булғандыр, ә икенсеһе ун метр самаһы ҡырҙараҡ ине. Ҡысҡырырға тауыш сыҡмай. Йылан юғалғас та, ҡабаланып ҡайтып киттек, тинеләр.
Ҡыйғастау менән Ҡайластауҙа мөғжизәләр күп булыуын иҫкә төшөрҙөм. Бигерәк тә Ҡайластауҙың янына ла барып булмай, тигәндәрен телевизор аша ишеткәйнем. Ҡыйғастау Оло Шәрип янында, Нөгөшкә терәлеп, ҡыйылып ултыра.
Бына ошондай мөғжизәләргә бай ул беҙҙең төбәк.
Рафаэль МӘХМҮТОВ.
Л.Хәйруллина фотоһы.