Көндәгесә иртән ашығып эшкә барырға сыҡтым. Подъезд йыйыштырыусы - өлкән йәштәге апай һуҡрана-һуҡрана иҙән һепереп йөрөй. Уның менән иҫәнләшһәм дә, яуап алманым, кәйефе шәптән түгел ине. «Иртән иртүк кемде әрләйһегеҙ, апай?» - тип һүҙ ҡуштым.
- Эй, һылыу, эсәләр бит ошоно, һыраны әйтәм. Ҡайһы ерҙәренә эсәләр тиң, әжәлдән дарыумы ни, - тип ҡыҙып китте апайым. – Һәр подъездан көн һайын ун-ун биш шешә сығарам. Исмаһам, берәй ергә тапшырып булһа, бөгөн минән бай кеше булмаҫ ине.
Һүҙенең аҙағында уның борсоулы йөҙөндә еңелсә йылмайыу барлыҡҡа килһә лә, әйткәнендә тәрән әсенеү ярылып ята ине.
- Анау йортта эсергә яратҡан ир йәшәй. Ғәҙәттә, улын балалар баҡсаһына алып барғанда уҡ ҡыҙмаса була ул, юл буйына ла шешәнән һыра һемереп бара. Йә булмаһа, бынау ҡаршы йортта йәшәгән ҡатынды әйтәм, өйөндә йәш балаһы булыуына ла иҫе китмәй бит оятһыҙҙың, көн-төн һыра һемерә. Кем уйлап тапҡандыр шуны? - тип йәнә әсенде апайым. - Кеше башына етә торған ҡоротҡос.
- Элегерәк мөйөш һайын өйөлөшөп эсеп торған йәштәр, урамдарҙа иҫереп аунап ятҡандар, парктарҙа коляска этеп, яй ғына һыра һемереп ял иткән йәш әсәләр йыш осрай торғайны, бөгөн иһә бындай күренештәр һирәк күҙәтелгән кеүек, - тип уны тынысландырырға теләһәм дә, әңгәмәсем минең күҙәтеүҙәрем менән ҡырҡа килешмәүен белдерергә ашыҡты:
- Һеҙ минеке кеүек эштә эшләмәйһегеҙ, һеңлем, шуға урам хәлдәрен белмәйһегеҙ. «Йәшел йылан» тоҙағындағылар быға тиклем дә булды, әле лә бар. Беҙ уларға иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ, күрмәмешкә һалышып үтәбеҙ, екһенеп, ерәнеп ҡарайбыҙ йә киреһенсә, йәлләйбеҙ. Бынау күрше подъезда йәшәгән бер үҫмерҙең ауыҙынан: «Мин бит араҡыны ауыҙыма ла алмайым, һыра ғына эсәм», - тигәнде ишетергә тура килгәйне. Үҙе аяғында саҡ баҫып тора. Эш нимә эсеүҙә түгел, ә күпме эсеүҙә икәнен әйтеп торманым инде, аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Аптырайым. Халыҡ ни сәбәпле эсә һуң, һылыу?
Апай менән оҙаҡлап һөйләшеп торорға ваҡыт тар ине. Эшкә ашыҡтым. Уның әсенеп биргән һорауына төрлө яуап ишетергә мөмкиндер, моғайын. Ҡайғыны ла, ниндәйҙер һөйөнөстө лә, арыуҙы һәм ауырыуҙы, эш күплекте һәм эшһеҙлекте сәбәп иткәндәр бар. Уйлап ҡараһаң, күпме ғаиләләрҙе тарҡатып, бер гонаһһыҙ сабыйҙарҙы етем ҡалдырған, тормош тәмен татып та өлгәрмәгән йәштәрҙе юлдан яҙҙырған, ҡурҡыныс енәйәткә этәргән, хатта ололарҙы үҙенең ҡорбаны иткән эскелектең тамырына бер нисек тә балта сабып булмай. Был мәсьәлә ил кимәленә күтәрелеп, уның менән көрәшеү юлдары эҙләнә, хатта табыла ла кеүек, ә аяныслы хәлдәр, ысынлап та, уйландыра.
Бер көндө урта йәштәрҙәге ағай юлыма сыҡты: «Һылыу, кисәнән бирле икмәк ашағаным юҡ, ярты икмәклек кенә булһа ла аҡса бирегеҙсе», - тине ул. Йәлләп, аҡса һуҙҙым. Ҡыуанып тороп ҡалды был. Төшкө ял ваҡытында өйгә ҡайтып барған саҡта уны парк эскәмйәһендә күрҙем. Ҡояшҡа иҙрәп йоҡлап ятҡан ерендә буш һыра шешәһен шәйләнем. Күрәһең, икмәк сәбәп кенә булғандыр уға.
Кем ғәйепле икән был хәлгә - һырамы, ағаймы, әллә уны йәлләп аҡса биреп киткән минме?
Лилиә.
Автор фотоһы.