– Өйҙәгеләргә иҫән-һаулығыбыҙҙы белдерергә тейешбеҙ ҙә инде.
– Беҙ бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгелбеҙ. Ошо хәҡиҡәтте ҡолағыңа киртеп ҡуй: хатта ата-әсәңә лә. Иң беренсе сиратта, уларғалыр әле! – Искәндәрҙең тауышында аңлашылмаған ярһыу яңғырап китте. – Беҙ бит уларҙан яҡты донъяға тыуҙырыуҙарын һораманыҡ. Шулай булғас, ниндәй тейеш булырға тейеш… – Төкµрөгөнә сәсәп, туҡтаны.
Һис булмаһа «смс» ебәрергә маташҡан Алһыу абайламай ҙа ҡалды, егет көлә-көлә уның телефонын алды ла диңгеҙгә ырғытты. – Ой, – тине ул, һис ни булмағандай. – Төштө лә китте. – Алһыуҙың кәйефе боҙолғанын күреп, битенән суп итеп үбеп алды. – Ҡайтҡас, мин һиңә хәтәрерәген бүләк итермен. – Икенсе атай, – Алһыу, уның атайҙарын һан буйынса йөрөтөүен мәрәкә күреп, ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе. – Икенсе атай былтыр уҡ крутой телефон алып бирәм, тип ҡырсына ине. Бир ҡулыңды, әйҙә, һикерҙек. Бер, ике, өс…
Шау-шыулы дискотекалар, иртәнгә тиклем ҡыйшаңнап бейеүҙәр, һыра, шарап, тәмәке, тир еҫе аңҡып торған еүеш тәндәр, яһалмалыҡ: юҡ-бар хәбәр, тоҙһоҙ мәрәкә, йәмһеҙ көлөүҙәр… Алһыуҙы тиҙ ялҡытты. Диңгеҙ яры буйлап, ай нурында ҡойоноп йөрөргә, өйҙә ҡалып, һөйләшеп ултырырға, китап уҡырға теләр ине. Әйтеп ҡарағайны, егет, башын артҡа ташлап, ихлас хахылданы.
– Ну көлкө тоҡсайы… Китап уҡып… Йәйҙең йәмле көнөндә Ҡара диңгеҙ буйына килеп, китап ҡосаҡлап ятырға миңә бит әле йөҙ ҙә бер йәш түгел…
Ҡыҙҙы был аптыратманы, сөнки тәүге осорҙа аҡыллы төҫ менән Уэльбек, Коэльо, Ирвинг, Мураками…. тип исемдәре тел осонда булған авторҙарҙы эре генә сирттереп ҡабатлауы күҙ буяу, уҡымышлы булып күренеү өсөн генә булғанын төшөнә башлағайны.
Арыуы сигенә еткәйнеме, һалҡын алдырҙымы – Алһыу ныҡ итеп ауырып китте. Бөтөн тәне уттай яна, башы сатнай, тамсы ла хәле юҡ. Хафаға төшкән Искәндәр эргәһендә йүгереп йөрөнө, дарыухананан әллә нәмәләр алып килеп эсереп, наҙлы итеп хәстәрләне. Баҙарҙан тауыҡ һатып алып, һурпа бешерҙе, ҡалаҡлап ашатырға тырышты. Тик икенсе көндө, сәләмәтләнеү урынына Алһыуҙың хәле тағы ла хөртәйгәс, йәне көйә, түҙемһеҙләнә башланы. Саҡ ҡына йөрөп килергә рөхсәт һораны ла, иртәнгә тиклем юҡҡа сыҡты. Рәхәтләнеп ял итер, диңгеҙҙә ҡойонор саҡта, күҙ көйөгө булып, кеше мәшәҡәтләп ятҡанына ҡыҙ үҙе лә уңайһыҙлана ине. Таң һарыһында ғына ҡайтып йығылған егеткә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Искәндәр, уяныу менән, бәхетле йылмайып, һикереп торҙо.
– Беләһеңме, Алһыу, – тине ул, балҡып. – Мин бер иҫ киткес һылыу ҡыҙ менән таныштым. Беҙҙең яҡташ. Сургутта йәшәйҙәр. Атаһы башҡорт, әсәһе хохлушка. Шул ҡатнаштан иҫ киткес матурлыҡ тыуған. Күҙҙәре диңгеҙ төҫөндә. Ышанаһыңмы? Күрҙем дә хайран ҡалдым. Юҡ, һин ундай матурлыҡты күҙ алдына ла килтерә алмайһың. Теләйһеңме, мин һеҙҙе таныштырам?
Алһыу өндәшмәне. Уның шымтайып күңелһеҙләнгәнен абайлаған егет ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Һин нимә, иҫәркәй, үпкәләнеңме әллә? – тине ул. Иркәләп, сәсенә ҡағылды. – Беҙ бит һинең менән, мәңге бергә булабыҙ, тип ант итешмәнек. Мәңгелек тоғролоҡ тураһында вәғәҙәләшмәнек, шулаймы? Бәхетле булғың килһә, һин үҙеңдең был иҫкергән йолаларыңды онот.
Алһыуҙың иҫенә осрашҡандарының тәүге көндәрендә булған бер ваҡиға килеп төштө.
Өлкән бер актерҙың бенефисы айҡанлы ойошторолған бәләкәс кенә табынға барып эләккәйнеләр. Байрам хужаһының шунда уҡ Алһыуға күҙе төштө. Ҡарт актерҙың уға ғүмерҙә лә ишетмәгән комплименттар яуҙырыуы ҡыҙға мәрәкә тойолдо. Ул үҙен ниндәйҙер спектаклдең персонажы итеп тоя ине, йылмайып тик торҙо. Унан ул өлкәндәргә иғтибарлы булырға һәм ихтирам итергә кәрәк тип тәрбиәләнгән. Шуға күрә Искәндәрҙең көнләшеүенә һәм, йәне көйөп, шарт-шорт баҫып сығып китеүенә аптырап ҡалды, нимә эшләргә лә белмәйенсә, һорау менән тирә-яғына ҡаранды. Егеттең ҡыланышын аңламаны: нишләп, нимәгә асыуланырға? Алһыу бит уны шул тиклем ярата. Ә өлкән кешегә көнләшергә мөмкинме ни?
– Афарин, ҡыҙыҡай, – тине Искәндәрҙең әсәһе, ҡул сабып. – Былай булһа, һин һис шикһеҙ уңыш ҡаҙанасаҡһың. Минең артыҡ үҙ-үҙенә ышанып, эреләнеп киткән улымдың танауына сиртеп ала белгән ҡыҙҙарҙы оҡшатам мин. Юғиһә ул, үҙенең һөйкөмлөлөгөнә артыҡ маһайып китә лә, алйотлоҡтар эшләй башлай. Шуға күрә үҙеңде гел матур ћаљла. Гел генә уяу бул, – тип, күҙендә йәшен ялтлатты. Алһыу уның нимә әйтергә теләгәнен аңлап бөтмәгәйне, әле төшөндө. Ханым дөрөҫ әйткән, бына бит, ул ауырып саҡ ҡына төҫћөҙләнгәйне, Искәндәргә ҡыҙыҡ булмай башланы.
Төн уртаһынан һуң егет бер ҡыҙыҡай эйәртеп ҡайтып инде. Ысынлап та, күҙ алғыһыҙ сибәр. Нимә-нимә, матурлыҡты күрә һәм һоҡлана белә шул Искәндәр. «Мин улымды матурлыҡ танырға өйрәттем», – тип әсәһе юҡҡа ғына ғорурланмаған.
– Һин киләһе йыл мотлаҡ «Һылыуҡай»ҙа ҡатнашырға тейешһең. Һинең был күҙҙәреңде күрһәләр, жюриҙағылар телде йүнләп белмәгәнеңә лә иғтибар итмәйәсәк, – тип һөйләнде егет, рухланып. Үҙенең киләһе йылға «Гран-при»ҙы Алһыуға вәғәҙә иткәнен онотҡайны, күрәһең.
Нимә эшләһен Алһыу, Искәндәр яңы танышы менән сөкөрҙәшкән арала, әйберҙәрен ашыҡ-бошоҡ йыйҙы ла шым ғына сығып китте. Һөйөү тураһында һүҙ барғанда:
– Химия, – тип ҡабатларға ярата ине егет. – Үтеп китә торған химик реакция бит ул.
Алһыуға уның шулай тип фекерләүе оҡшай ине, сөнки эстән генә үҙҙәренең «химик реакцияһы»ның үтеп китмәйәсәгенә тамсы ла шиге юҡ ине. Тик, ни тиклем ҡыҙғаныс булһа ла, үтеп киткән инде, тимәк…
Ҡыҙҙың хатта бының өсөн ҡайғырырға ла, иларға ла хәле юҡ ине. Ҡайҙа барырға? Башты таңға тиклем ҡайҙа барып терәргә? Сәләмәт сағы булһа, яйын табыр ине, ебеп бара торғандарҙан итеп тәрбиәләнгән кеше түгел ул. Тик баш сатнап ауырта, күкрәк ҡыҫып бара. Аңҡы-тиңке килеп, бара бирҙе лә, ниндәйҙер иҫерек бәйләнә башлағас, ҡурҡып, кире боролдо. Әммә ҡапҡа бикләнгәйне. Ай яҡтыһында нурланып ятҡан диңгеҙҙе күреп, пляжға йүнәлде. Унда түңкәрелгән кәмәләр бар. Береһенә һөйәлеп, онотолдо.
Ыңрап ҡына көйләгән тауышҡа күҙҙәрен асһа, көнсығыш алланған. Ҡарт ҡына әбей буш шешәләр йыйнап йөрөй. Алһыуға көй таныш тойолдо. Бынан бер нисә йыл элек ғаиләләре менән Пицундала ял иткәндә оҡшатып, йырлап та йөрөгәйнеләр кипарис тураһында был тау йырын.
…Ғорурлыҡ юғары баһаланған, хеҙмәт юғары баһаланған замандарҙа йәшәгән, ти, бер ҡыҙ. Балыҡсы егет менән бер-береһенә онотолоп ғашиҡ булғандар. Ҡыҙ һөйгәненең диңгеҙҙән ҡайтыуын, үрелеп ҡарай-ҡарай, көтөр булған. Ә инде бер дауыл йәрен кире ҡайтмаҫ донъяға алып киткәс, ҡыҙ һомғол буйлы моңһоу кипарисҡа әйләнгән.
Уның ҡиммәттәренең кемгәлер, хатта ул инде бик өлкән кеше булһа ла, кәрәк булыуына Алһыуҙың күңеле тулды. Гүзәл сәскәгә һоҡланып, уны өҙөп алырға, күкрәккә тағып йөрөргә теләүселәр менән уларҙы маңлай тиренә һуғарып үҫтергәндәр араһындағы айырманы аңлаған һәм баһалаған кешегә зар ине әле ҡыҙ был мәлдә.
– Әбекәй, ярҙам итегеҙ миңә, зинһар, – тип шыбырҙаны ул. Ҡояшҡа ҡарайып янған, ғүмер буйы ауыр эштән көмрәйә төшкән ярлы әбейҙә миһырбан таба алыуына шиге юҡ ине. Әбей шырауланып ҡатҡан эшсән ҡулын ҡыҙҙың янып барған маңлайына терәне лә «ашығыс ярҙам» саҡыртты.
Иҫенә килгәндә, Алһыуҙың дәү, көслө һәм өндәшмәҫ атаһы карауат эргәһендә тубыҡланып тора ине:
– Һин беҙҙең менән нимә эшләйһең ул, ҡыҙым? – тине ул, әрнеүле шыбырҙап. – Үҙең менән нимә эшләйһең, ғәзизем?
Алһыуҙың сикәһен рәхәт еүешләтеп, ике генә тамсы йәше ағып төштө. Үҙенең ни ҡәҙәр бәхетлелеген һәм донъяла ысын һөйөүҙең барлығын аңлағанға күрә, был күҙ йәштәре хайран татлы ла, шифалы ла булды.