Беҙҙә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға бәйле мәсьәләләргә айырым иғтибар бүленә.
Районда «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы уңышлы эшләп килә. Уның сиктәрендә төп маҡсаттар билдәләнеп, байтаҡ мөһим эштәр башҡарыла. Мәләүездәр ошо программаға мөрәжәғәт итеп, үҙҙәре кәрәкле тип тапҡан проекттарын тормошҡа ашырып өлгөрҙө. Был эштәр бөгөн дә дауам итә.
Ҡаланың 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә 2025 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнаша. Унда уҙған тәүге йыйылышта конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн граждандарҙың инициативалы төркөмө ойошторолған.
«Киләһе йылда беҙҙең мәктәпкә проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итергә теләгәндәрҙе конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ», - ти белем биреү учреждениеһы коллективы.
Фото архивтан.