Етәксебеҙ был акциянан бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаны булманы. Кемгәлер яҡшылыҡ эшләү өсөн артыҡ бер ни кәрәк түгел, бары тик мәрхәмәтле, миһырбанлы кеше булыу ҙа етә.
Һеҙ ҙә, акцияға ҡушылып, ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп бала тәрбиәләгән, шулай уҡ яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләһенә гәзит яҙҙыра алаһығыҙ, дуҫтар. Йәшәйеште күркәм ғәмәлдәр биҙәй, изге эштәр уны мәғәнәлерәк тә, йәмлерәк итә. Бер-беребеҙҙе хәстәрләп, ҡулдан килгәнсә ярҙамлашып йәшәһәк ине!
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.