ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь , 16:12

Башҡарылған эштәр күп, алда тағы ла мөһимерәктәре көтә

VI  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап

Мәләүез район-ҡалаһы башҡорттары ҡоролтай составында 35 кеше эшләй. “Ир-егеттәр ҡоро”, “Аҡһаҡалдар ҡоро”, “Ағинәйҙәр” , “Йәштәр Ҡоролтайы”, “Кесе Ҡоролтай” йәмәғәт ойошмалары төрлө йүнәлештә эш алып бара. Төп маҡсатыбыҙ  халыҡты алға әйҙәү, телебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, милли йолаларҙы өйрәнеү, яҡташлыҡ көсөн пропагандалау, кесе Ватаныбыҙға тоғролоҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.

Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2019 йылдан башлап мәктәптәрҙә башҡорт ата-әсәләре йыйылыштарын үткәрәбеҙ.  Мәғариф идаралығы, мәҙәниәт бүлеге, спорт ойошмалары менән берлектә ойошторолған республика, төбәк конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ. Балалар баҡсаларында башҡорт телен туған тел дәүләт теле булараҡ уҡытыу, башҡорт телендә саралар үткәреү, милли баҫмаларға яҙылыу, “Өләсәйҙәр мәктәбе”н тергеҙеү буйынса эш дауам итә. “Яугир”, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары”  ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.  

“Сулпан” 19-сы балалар баҡсаһында йыл да “Шәжәрә байрамы” уҙғарабыҙ, был балаларҙа нәҫел ептәрен өйрәнеү, тарихҡа ихтирам тәрбиәләү, быуындар күсәгилешен һаҡлауҙа етди аҙымдарҙың береһе тип уйлайым.  Шулай уҡ 9-сы башҡорт гимназияһында ойошторолған Кинйә Арыҫланов исеменә милли көрәш буйынса ярыш  хәҙер республика кимәлендә танылыу яуланы.  Турнир йылдан-йыл был көрәш менән шөғөлләнеүселәр араһында яңы исемдәр асыҡлай.  “Халыҡ ара туған телдәр көнө”, “Милли костюм көнө” дә флешмоб үткәрәбеҙ, әйтергә кәрәк, был сараларҙың йөкмәткеһе тулылана, географияһы киңәйә. Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы уҙған сара ғаилә ҡиммәттәрен, атай абруйын нығытыуға булышлыҡ итә. Беҙ уның йөкмәткеһенә йыл да үҙгәрештәр индерергә, рыуҙар йыйында ҡатнашып, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.

“Үҙ еребеҙҙә уңышлы булыу өсөн тыуған еребеҙҙә яуаплы хужа булыу кәрәк. яуаплы хужалар булыу өсөн уңышлы булырға тейеш. Балаларыбыҙ, киләсәк  быуын өсөн Башҡортостанды һаҡлау һәм үҫтереү мөһим.  Атай-олатайҙарҙарн тапшырылған вариҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кәрәк” Радий ХӘБИРОВ. (V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. 28 июнь, 2019 йыл)

Милли биҙәүестәрҙе тергеҙеү маҡсатында ҡоролтай ағзаһы Гөлсөм Хисаметдинова балаларҙы, ауыл халҡын ошо кәсепкә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, “Өләсәйҙәр мәктәбе”(етәксеһе Кинйәбикә Юлмөхәмәтова) дарыу үләндәрен йыйыу, һаҡлау, милли аш-һыу, милли йолаларҙы өйрәнеү буйынса саралар үткәрә.

Бөгөн үҫеп килеүсе быуынға атай-олатайҙар тәрбиәһен тапшырыу маҡсатында Мәләүез ҡоролтайы ҙур эш башҡара. Республикала уҙған “Башҡорт аты” сараһын ҡаршылап, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һәм мәктәп  уҡыусылары менән һөйләшеү, осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Был йәштәрҙә үҙ тарихын өйрәнеү маҡсатын күҙ уңында тота.

“Башҡорт теле, уны һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Беҙ  әүҙем, туған телендә  һөйләшкән, аралашҡан,  уны яратҡан һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға тапшырған кешеләргә ярҙам итеү яҡлы”.Радий ХӘБИРОВ. (2023 йылдың 5 сентябрендә социаль селтәрҙәге мәҡәләһенән)

Ағымдағы йыл Динис Бүләков тыуыуына 80 йыл, Булат Рафиҡовтың 90 йыллығына арналған  күләмле саралар ойошторолдо. Аптраҡ ауыл клубында танылған хирург Венер Сәхәүетдиновтың, Иштуғанда Башҡортостандың халыҡ артисы Фәниә  Хәлитованың 85 йыллығына арналған саралар арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең рухына тоғролоҡ һәм ихтирам билдәһе. Кескәй Ватанының тарихына мәңгелек эҙ ҡалдырған  шәхестәребеҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Кинйә Арыҫланов исемендәге III республика фәнни-практик конференция балаларҙа тарихыбыҙға ҡарата дөрөҫ ҡараш тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай һәм ошо бәйләнеште нығыта.

Беҙ йыл һайын туған телдәр көнөн, милли кейем байрамын уҙғарабыҙ. Былар барыһы ла - мәҙәниәт үҫешенең мөһим өлөшө.Радий ХӘБИРОВ. («Арт-Ҡоролтай» мәҙәни форумы. 14 май 2021 йыл)

“Атайсал” проекты сиктәрендә яҡташтарыбыҙ район-ҡалала кесе Ватанына үҙ ярҙамын күрһәтә. Шундай мәрхәмәтле шәхестәребеҙ менән ғорурланабыҙ, улар тыуған төйәгенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Мәләүез район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы меценаттарға бындай ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт усағы, мәктәп етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ, уларға төрлө йәһәттән ярҙам күрһәтәбеҙ.

Махсус хәрби операция башланғандан бирле яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү буйынса йүнәлешле эш алып барабыҙ. Маскировкалау селтәрҙәре үреү, гуманитар ярҙам йыйып оҙатыуҙа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнаша. Был беҙҙе тағы ла берләштерҙе һәм үҙ көсөбөҙгә ышанысты арттырҙы.

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап, Мәләүез район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә тағы ла етди мәсьәләләр өҫтөндә эшләйәсәк.  Милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, телде, милли йоларҙы өйрәнеү һәм үҫтереү, киләсәк быуынға тарихи дөрөҫлөктө тапшырыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса башҡараһы эштәр күп әле.

Ләлә РАФИҠОВА, Мәләүез район- ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

 

 

 

 

 

 

Башҡарылған эштәр күп, алда тағы ла мөһимерәктәре көтә
Башҡарылған эштәр күп, алда тағы ла мөһимерәктәре көтә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: