Рәсәйҙә эт хужалары өсөн 200 мең һумға тиклем штраф индерелә. Ил Президенты йорт хайуандарын аҫрау талаптарын боҙған өсөн яза тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт думаһы тейешле законды ноябрь аҙағында ҡабул итте. Граждандар өсөн штраф суммаһы 3 мең һумдан, вазифалы кешеләр өсөн-15 мең, юридик шәхестәр өсөн 30 мең һум тәшкил итә.
Мәктәп биләмәләрендә һәм балалар майҙансыҡтарында эттәрҙе йөрөтөү ҡағиҙә боҙоу иҫәбенә инә. Хужалар йорт хайуандарының ҡалдыҡтарын ҡалдырырға тейеш түгел. Быны күҙәтеү бурысы муниципалитеттарға йөкмәтелә, ә уларға ярҙам итеү граждандарға тәҡдим ителә — улар хоҡуҡ боҙоуҙарҙың фотоһын һәм видеоһын төшөрә ала. Эт ауыр зыян килтергән өсөн хужа өсөн енәйәт яуаплылығы, яза итеп иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Дәүләт думаһының матбуғат хеҙмәте был тема буйынса уңайлы карточкалар әҙерләне.
Автор фотоһы.