“Изге подписка” акцияһына гәзиттең тоғро дуҫы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, райондың танк ғәскәрҙәре һәм Варшава килешеүе ветерандары ойошмаһы рәйесе Фәнис Бикташев та ҡушылды.
Ул улы махсус хәрби операцияла һәләк булған әсәгә "Көнгәк"кә ярты йыллыҡ подписка бүләк итте.
Һеҙ ҙә, акцияға ҡушылып, күп балалы йәки ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, шулай уҡ яҡыны махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләһенә гәзит яҙҙыра алаһығыҙ. Донъя ихлас күңелле, ярҙамсыл кешеләргә таянғанын онотмайыҡ әле, дуҫтар!
“Изге подписка” ла ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Л.Хәйруллина фотоһы.