ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь , 15:40

Өләсәйҙең һөйөүе ҡояшҡа тиң

Мәңге йәшә ҡәҙерлебеҙ

Өләсәйҙең һөйөүе ҡояшҡа тиң

 Үҙемдең өләсәйем Мәрйәм Кинйәбаева тураһында һөйләмәксемен. Апайым Илүзә менән мин уның тәрбиәһендә.  Ҡәҙерлебеҙ  шундай яғымлы, беҙҙе иркәләп, ҡурсалап ҡына тора. Беҙҙе эшкә, өйрәтә, ауыл тарихы, ер-һыу атамалары  тураһында күп белә. Хисле, шиғри күңелле лә ул, байрамдарҙа яттан шиғыр һөйләй, матур йырлай. Беҙҙе лә төрлө сараларға ылыҡтыра. Мине лә йыр буйынса район, республика конкурстарына йөрөтөргә ваҡыт таба. Беҙ өләсәйемде ҡайғыртмаҫҡа тырышабыҙ, тырышып уҡыйбыҙ, йорт эштәрендә булышабыҙ. Уға ауырлыҡтарҙы күп күрергә тура килгән, әммә бирешмәй, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, киләсәктә ҡыуанып-шатланып йәшәүен йәшәүен теләйбеҙ. Һин беҙгә кәрәк, өләсәй!

  Роза КИНЙӘБАЕВА.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: