Бәләкәй баҙарҙа һатҡан кешеләрҙең гөлләмәләренә иғтибар иттем. Берәүҙәр сәскәләрен ялтыр төргәккә төрөп, ҡупшы бант менән бәйләп, махсус стеллажға ҡуйған. Икенселәре асфальттағы һыулы күнәккә һепертке һымаҡ тултырған да, һатып алыусыһын көтә.
Сәскәһе матур булыу менәнме ни, гөлләмәне матур төргәктәге кәнфит хәленә еткермәгәс? Хәҙер кеше эстетикаға күберәк иғтибар итә, шуға ихтыяж, уға сағыу, тамамланған һөҙөмтә кәрәк, әҙер гөлләмәне алып кемделер ҡыуандырғыһы килә.
Замана һатып алыусыһы талапсан, шуға уны сифатлы, шул уҡ ваҡытта тиҙ хеҙмәтләндереү мөһим. Ә бөгөн тауарҙы сауҙа нөктәләрендә, магазин кәштәләрендә генә түгел, интернет селтәре аша ла алырға мөмкин. Тауар тураһында мәғлүмәт күпселек халыҡҡа тейешле дәрәжәлә барып етһен, клиентты ҡыҙыҡһындырһын, ылыҡтырһын өсөн бөгөн заманына ярашлы “рилсмейкер” тип аталған яңы һөнәр барлыҡҡа килде.
Рилсмейкер - төрлө социаль медиа платформаларында ҡыҫҡа роликтар (рилс, клип, шорттар) эшләүсе. Ул ҡыҙыҡлы, сифатлы һәм иғтибарҙы йәлеп итеүсе контент булдырыу менән шөғөлләнә. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы – яҡташыбыҙ, рилсмейкер Екатерина Сергеевна Фәтҡуллина.
Туризм һәм ҡунаҡхана йүнәлешендә юғары белем алған һылыу фитнес буйынса тренер, рилсмейкер һөнәрҙәренә уҡып сыға. Һуңғыһы уның күңеленә яҡыныраҡ, шуға ла уға күңел йылыһын ҡушып, бар ижади һәләтен һалып башҡара. “Кейем, төҙөлөш материалдары, ремонт, йорт төҙөү, техникаға детейлинг (ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, ул автомобилде ентекле ҡарау процедураһы комплексы), автомобилдәргә, автотауыш, ҡунаҡхана, косметика, кафе, туҡландырыу, матурлыҡ булдырыу, риэлтор хеҙмәте - дөрөҫән әйткәндә һәр әйбергә, ваҡиғаға реклама эшләргә була. Уның өсөн иң мөһиме - сценарий, идея һәм уңышлы видео төшөрөп монтажлау. Был һөнәр ҙур ҡалаларҙа ныҡ таралған, бәләкәй ҡалаларҙа ла алға киткән коммерсанттар уның менән уңышлы ҡуллана”, - ти Екатерина.
Мәләүездә кейтеринг менән шөғөлләнгән шеф-повар йыш ҡына уның хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә, магазиндарға, шәхси кешеләргә хеҙмәт күрһәтә, мәрхәмәтлек акцияларында ҡатнашып, уларға реклама эшләй. Был һылыу менән Ергән илһөйәре Азамат Рафиҡовтың Һабаш ауылы янында уҙғарған сараһында таныштыҡ. Екатеринаның мәрхәмәтлелек акцияларында ихлас ҡатнашыуын әйтеп үткәйнек, спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында үткәрелгән ярыштан илһамланып ҡайтып, видео монтажлай һалып социаль селтәргә һалды.
“Бер рилс 1,5 мең һум, пакет йәғни идея, сценарий, төшөрөп монтажлау 1,350 һум”, - ти Екатерина. Һатыуға ҡуйылған әйберҙе матур итеп рекламалай белергә лә кәрәк. Телефоны ватсапҡа бәйле: 8-987-100-16-32. Бәйләнештә социаль селтәрендә “Екатерина Фаткуллина” тип табырға мөмкин.