Урам буйлап атлап ҡайтып киләм,
Берәү генә ҡаршы сыҡһасы.
Элеккесә бала-саға менән
Ауылыбыҙ гөрләп торһасы.
Ҡайҙа ҡалды икән бала сағым,
Атай-әсәй иҫән саҡтары.
Һағындыра ауыл йәме булған,
Йәше-ҡарты, бала-сағаһы,
Бала саҡта гел урамда булдыҡ,
Өйгә ҡайтмай торған тиле саҡ.
Ултырыр ҙа инем хәҙер булһа,
Атай-әсәйемде ҡосаҡлап.
Урам буйлап атлап ҡайтып киләм,
Бер кем дә юҡ, тынлыҡ бар ерҙә.
Барлыҡ ауыл халҡы сумғандармы
Телефонға инеп йылы өйҙә...
Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина).
Л. Хәйруллина фотоһы.