Республика Башлығы үткәргән «Тура бәйләнеш» тә Радий Фәрит улы иң мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы. Шуларҙың береһе - МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәрҙе хәстәрләү, уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү тураһында булды.
Ул әлегә был проблеманың беҙгә бөтә тулылығында ҡағылмауы хаҡында белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республиканан Ватан һағында бер нисә мең яугир иҫәпләнә, ә хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандар һирәк.
«Беҙ яйлап мәсьәләне хәл итеү өсөн егеттәр менән хеҙмәттәшлекте башланыҡ. Берәүҙәр элекке эш урынына ҡайтыр, икенселәрҙең донъяға ҡарашын үҙгәреп, тормошто яңынан башларға теләр. Уларҙы хакимиәт башлыҡтары, депутат, муниципалитет белгестәре итеп саҡырабыҙ. Илеш районынан МХО-ла ҡатнашыусы ауыл биләмәһе башлығы булып китте. Улар беҙҙең идара вертикален һәм идара итеү командаһын ныҡ ҡына көсәйтәсәк», - тине Башҡортостан башлығы.
Беҙҙең районда ла Тыуған иле именлеген һаҡлаған яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар бүленә. Яуҙағыларға гуманитар тупланма даими ебәрелә, бында уларҙың яҡындары ла ярҙамһыҙ ҡалдырылмай. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашҡанда, улар бөтә ерҙә лә үҙҙәре өсөн ишектәрҙең асыҡ булыуы, һәр ҡайҙа герой булараҡ ҡабул ителеүҙәре хаҡында һөйләй. Район-ҡалала ойошторолған бер генә сара ла уларҙың һәм ғаилә ағзаларының ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.
Яҡташтар махсус хәрби операция башланған көндән алып үҙ яугирҙәрен хәстәрләй. Иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡандарға тормошта үҙ урынын табырға һәм эшкә урынлашырға ла ярҙам күрһәтеләсәк.
Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы Айрат ШӘЙӘХМӘТОВ: «Беҙҙең биләмәлә яуҙағыларға гуманитар тупланма йыйыуҙа, маскировка селтәре үреүҙә, майшәмдәр ҡойоуҙа әүҙем ҡатнашҡандар бихисап. Ауылдарҙа һалдат ғаиләләрен утын, бесән менән тәьмин итеү ҙә яйға һалынған. Улы яуҙа һәләк булған әсәгә төҙөлөш материалдары бирелде. Шулай уҡ ерҙәрен һөрөүҙе, ҡырсын килтереп биреүҙе һорағандарҙың да үтенесе кире ҡағылмай. Был эштәрҙә урындағы фермерҙарҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Уларға рәхмәтемде белдерәм».
Автор фотоһы.