Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь , 10:05

Көнһылыу

Ғәбиҙә килененә ҡарап -ҡарап тора ла аптырай. Кит! Яһил бисәләр күргәне бар,әммә был ғәҙәрем дә яһилды күргәне юҡ!

Көнһылыу
Көнһылыу

Ғәбиҙә килененә ҡарап -ҡарап тора ла аптырай. Кит! Яһил бисәләр күргәне бар,әммә был ғәҙәрем дә яһилды күргәне юҡ! Биллаһи! Ямандың да яманына ,ажарҙың да ажарына юлыҡтылар.Тарыма,тарыһаң-арыма. Тап шулай булды ...

-Әллә киленде айыра ла ҡуяңмы, - яйын тура килтереп ,шулайтып әйтте Ғәбиҙә Мырҙағәлегә,улы менән килене араһындағы оло-ғара ғауға сығып,бөтә мирға рисуай булғас.

-Юҡ,әсәй,айырыр өсөн алманым даһа- ,тине улы.Йөрәгенең әрнеүҙәрен баҫырға теләпме, Мырҙағәле оҙаҡ итеп тәмәкеһен тартты.

-Ирҙе аҙ ғына ла кешегә һанамағас ней...Йәшәү шулай буламы?..Мин дә ир менән йәшәнем-тиң йәшәнексе,-Ғәбиҙә улына йәлләп баҡты.

-Киленең икенсегә бәпес көтә,әсәй...-улы тәмәкеһен һурһа сикәләре эскә тартылып китәләр ҙә,былай ҙа йонсоу йөҙө тағы ла йонсоуыраҡ булып күренә.

-Һыы...-телһеҙ ҡалды Ғәбиҙә ,бераҙ иҫен йыйып ултырҙы.Шунан:

-Аптырағандан әйтәм инде...Бисә менән ир талашһа-ятҡа йәм!Кеше ҡыуандырып...гел талашҡасығыҙ әйттем инде...-ул ауыр итеп көрһөндө ,ике күҙенән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен күлдәгенең япмаһына һөрттө.

Ҡабат һүҙ ҡуйыртманылар.Мырҙағәле тәмәкеһен сыртлата төкөрөп һүндерҙе лә,йүгәнен тотоп,кәртә артына атлап китте.

Йәлләй улын Ғәбиҙә.Аҡыллы,тыныс уның улы.Эшкә лә әрһеҙ,йәнен-тәнен йәлләмәй,емертеп эшләй.,,Салауат" калхузы алдынғыһы ул!Ә Ғәбиҙәне бүтән кешеләр йәлләй .Ситтән ҡарап торһаң,һин -килен,ә киленең уҫал ҡәйнә һымаҡһығыҙ,тиҙәр.Топ-тоғроһон һөйләйҙәр.Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булалыр шул!

Бер заман Мырҙағәле күрше ауылдағы ҡатынға йөрөй икән,тигән һүҙ таралып китте.Буштыр,тиеүселәр ҙә булды.Мырҙағәленең йәне юҡмы әллә,уға ла бисә наҙы кәрәк,анау ғазраилға нисек түҙеп торалыр,тип ирҙе ихлас йәлләүселәр ҙә табылды.

Хәбирә һылыу,уңған,баҫалҡы,йомшаҡ һүҙле.Бәхете генә булманы.Ир менән йәшәмәҫлек түгел!- Хәбирәгә хөкөм ҡаты булманы,-уның да йәне бар!

Ауыл ғына түгел,бөтә калхуз белгәнде Сөйөмбикә килен дә ишетте .Ишетте лә ,ай,боларҙы!Сығырынан сыҡты.Мырҙағәленән үс алыр өсөн күҙгә күренеп йомороланып киткән ҡорһағынан-бәпесенән ҡотолмаҡсы булып нимәләр генә ҡыланманы Сөйөмбикә.Фермала кашевар булып эшләй ,малға аш бешерә ине. Бер тоҡ бойҙайҙы ҡорһағына һалып келәт тупһаның һәр баҫҡысын һикерә-һикерә төштө,әҙәм көсө етмәгән ҡайын түмәрҙәрҙе икешәрен бер юлы күтәреп ташыны,шуларҙы ярҙы,ботлоҡ күнәктәрҙе тултырғансы боламыҡ һалып,ике ҡуллап ташып колодаларға ҡойҙо.Эҫе мунсала бот араһын сапты.Тыуыр бала булғас, теремек кенә ,ҡуңыр сәсле,аҡ ҡына йөҙлө,сәғер күҙле,уймаҡтай ғына ауыҙлы һылыу ғына ҡыҙ яр һалып донъяға килде.Ҡарҙар иреп бөтөп,Һаҡмар ярҙарына һыймай шашып ташҡан мәл ине!Ә көнө ниндәй ине!Күк йөҙөндә шыпа болот юҡ,ҡояштың көләс нурҙарынан бар донъя алтынға мансылған!Көнө һыпа-һылыу ҡыҙмы ни!

-Иншалла!Бәхетле,тәүфиҡлы,Хоҙайҙың иң һөймәләкле балаһы бул!-Ғәбиҙә ауыҙ эсенән генә доғаларын ҡабатлап,баланың кендеген ҡырҡып, төйнәп ҡуйҙы.Үҙе эстән генә бәпескә Үлмәҫбикә!,тип йүргәк исеме уйлап ҡуйҙы.

Баланы йыуындырып,майлап,йүргәккә төрөп килененең ҡуйынына һалғайны,уныһы ажғырып уҡ ебәрҙе.

-Ана Хәбирә имеҙһен,Мырҙағәлегә әйт,атын егеп апарып ташлаһын!-мыш-мыш танауын тартты Сөйөмбикә.

-Атаҡ,ни һөйләүең,килен.Йөрәгәндер бисәләргә.Ирең илгә сыҡһа-мирҙеке,ҡайтып инһә-һинеке.Үҙең дә, ай-һай, ҡатыһың...

-Улай улыңды алдыңа алғасың, үҙең менән ҡуша алып ят Мырҙағәлеңде!-тип еңеште Сөйөмбикә килене.

-Ыстағафирулла!Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетәме?Ҡуйһаңсы ла инде,килен!- баланы саҡ төшөрөп ебәрмәне Ғәбиҙә.

-Ҡуймайыым-,ҡысҡырып илауға күсте килен.

-Илама,тым,имсәгеңә һөт төшмәҫ...

-Төшмәһен!

(Дауамы бар)

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: