-Балаға берәй нәмә булдымы әллә?Шарылдашҡанығыҙ тышҡа ишетелә!-яҙғы елгә бите дөм ҡара булған Мырҙағәленең ҡобараһы осоп килеп инде.
-Имеҙмәйем,ти килен,Хәбирәңә апарып таштап килмәһәң...Күрәләтә баланы ...астан үлтерәйекме?-Ғәбиҙә бәләкәс кенә төргәкте улына һуҙҙы,-Һыпа-һылыу ғына ҡыҙың бар ,улым...Собоханаллаһ!
Мырҙағәле балаһың ипләп кенә ҡулына алды ла,Сөйөмбикәһенең ҡуйынына һалды .
-Имеҙмәһәң- сығарып тупһанан атам үҙеңде!Кәзә һөтө менән дә үҫтерербеҙ.Хәбирәне өйөмдөң түренә индереп ултыртам малайҙары менән ҡуша!
Шунан ғына Сөйөмбикә иҙеүен ысҡындырып ,балаһына имсәк ҡаптырҙы.Эй!Әсәнең ҡуйыны ләззәт тә йәннәт тә инде!Ҡыҙ бала бер -икене генә һурҙы ла,мышнап йоҡланы ла китте.
Баланың ҡырҡы тулғайны,Мырҙағәле менән Сөйөмбикә арбаға ҡушарлап ултырып, ҡыҙҙарына метрика яҙҙырып алырға ,тип күрше ауылға кәнсәләргә барҙылар. Урталайға бөкләнгән йоҡа ғына йәшел документ алып,ҡайтырға сыҡҡайнылар ,Хәбирәнең һыу көйәнтәләп ҡайтып килгән мәленә тап булды был
икәү.Аҙҙырыр көн яҙҙырыр ошо була инде!Сөйөмбикә тыныс ҡына килә ине әле.Хәбирә быларҙың юлын ҡыймайып,типтер,юл ситендә туҡтаны ла, күҙҙәрен батҡаҡлы ергә төбәне.Мырҙағәле лә ҡатын яғына боролманы,аттарының һыртына оҙон сыбыртҡыһы менән шартлатып һуғып ебәрҙе:
-Но,малҡайҙар!
Ауылды сыҡҡан ер ныҡ ҡына һарҡыу.Етмәһә,ҡойоп ямғыр яуып үткән ине.Ер бысраҡ,батҡаҡ.
-Юрамал Хәбирә тапҡырынан ҡайтып киләһең!Кәртә артынан ҡайтһаҡ ярамағанмы?-Сөйөмбикә тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе лә,ҡаты итеп иренең бөйөрөнә төрттө.
-Бикә,баланың ҡотон алырһың,яһилланма!-Мырҙағәле бисәһенә шым ғына өндәште.Уның ирешкеһе лә,талашҡыһы ла килмәй-документ алып ҡайтып киләләр бит!Бәпестәренең исеме бар-Көнһылыу!Ҡыуаныслы көндөң йәмен ебәрәһе килмәне!
-Әһә! Балаң иҫеңә төштөмө?- һарҡыулыҡҡа еткәйнеләр генә, Сөйөмбикә төргәктәге сабыйҙы йән көсөнә мисәлгән аттар араһына ырғытты.Малҡайҙы әйт инде!Әҙәмдән аҡыллы!Төпкә егелгән ат мисәүҙәге атты ҡабырғаһы менән генә ситкә этеп ебәрҙе лә,дүрт аяғын үрә терәп шып туҡтаны.Етмәһә тайғаҡ,һарҡыу ерҙә аттарҙы арба түбәнгә этеп алып бара.
-Тррр!!..Инәңде...-Мырҙағәле дилбегәләрҙе тартты,үҙе арбанан һикереп төшөп,ат тояҡтары араһында ятҡан төргәкте ынтылып ҡына алып ,арбаһына ырғып менеп ултырҙы ла, уң терһәге менән бисәһен арбанан ҡолата төрттө .
-Но,уңғырҙар!-аттарҙы сыбыртҡылап,ауыл яғына елдерҙе Мырҙағәле.Бисәһе бысраҡ,батҡаҡлы юлда шарылдап ятып ҡалды.
Шар асыҡ торған ҡапҡаға йән-фарман килеп инде аттар.Өлкән ҡыҙы Таңһылыуҙы шәленең эсенә тығып сыҡҡан Ғәбиҙәнең ҡото осто.
-Аттарыңды аҡ күбеккә төшөргәнсе туҡмамаһаң!Артығыҙҙан бире ҡыуҙымы әллә?
-Әсәй,киленең ҡапҡаны аша атлап инмәһен!Бикләп ҡуй!Айырам!Бөгөндән айырам !
-Бисәһенә асыулаған-ат туҡмар.Бер нәмә сығармай тынсымаҫһығыҙ...Ҡуйсы,ҡуйсы!Тап булдыҡ бит бер биҙунға!-Ғәбиҙә арбалағы баланы икенсе ҡулына күтәреп , тетә баҫып өйгә инеп китте!
Ошо ваҡиғанан һуң Сөйөмбикә баланы имеҙеүҙән ҡырҡа баш тартты.Һөтөм юҡ,тип һылтанды,бәпесте күрәлмаҫ булды.Мырҙағәле лә бәпесте бисәһенә тотторманы.
Ғәбиҙә алғы өйҙөң урындыҡ тәнгәлендәге өрлөккә сөй ҡаттырып,сәңгелдәкте шунда күсереп элдерҙе.Биҙәкле шаршау тартты.Кәзә һөтө имеҙеп көтөрмөн,йот заманы түгел,тип уйланы Ғәбиҙә.
Ана шул шаршау артына ғына йәшенеп,ап-аҡ сепрәк менән үҙенең түштәрен һөрттө,шунан сабыйға имсәген ҡаптырҙы.
-Бисмиллаһир әррәхмәнир рәхим!
Бала буш имсәкте ҡабыуы була-Ғәбиҙә кәзәнең йылы ғына һөтөн ҡалаҡлап ҡына түшенә тамыҙа, һөт яры буйлап ағып баланың ауыҙ тәңгәленә барып та төшә.Үлмәҫбикә супылдығы сығарып имсәкте һура .Аш һалһа-эсәген һурҙырҙы,һурпа һемертте Ғәбиҙә.Ауыҙы бар асҡа үлмәй!Теремек,йомро ғына булып үҫте лә китте Көнһылыу!
Мырҙағәле менән Сөйөмбикә ирештеләр,йөҙ йыртыштылар,яраштылар,бер-береһенән биҙештеләр,барыбер бергә йәшәнеләр .Тағы ла бер ҡыҙлы ,дүрт уллы булып киттеләр. Сөйөмбикә яйы сыҡҡан һайын иренең Хәбирә менән сыуалышҡан мәлдәрен иҫләтеп торҙо,һаман үс тотто-Көнһылыуы бөтә баллары араһынан Сөйөмбикә тарафынан кәмһетелде,ситләтелде.Ярай әле Ғәбиҙә өлөсәһе бар донъяла!Ул инә ҡаҙ һымаҡ Көнһылыуҙы гел ҡанаты аҫтына-ҡуйынына алды.Йәлләү,яҡлау,наҙ,күңелде иретерлек йылы ,һөйөү эҙләп гел өләсәһенең күҙҙәренә баҡты Көнһылыу,уға һыйынды!
Әсәһен дә яратты,үлеп яратты Көнһылыу! Иркәләнгеһе ,һөйөлгөһө килеп һөйкәлһә генә,Сөйөмбикә ҡыҙын этеп ебәрер ине!
-Ана,өләпсәңә һөйкән.Ҡолай яҙып саҡ ултырам!
-Арҡаһынан һөйөп кенә ебәрһәң шул балаңдың,ҡулың ҡороймо,йылы һүҙ өндәшһәң-телең өҙөләме-Ғәбиҙәнең йөрәге ҡап уртаға ярылырҙай була шул мәлдәрҙә.
Эшкә талымһыҙ булып үҫте Көнһылыу.Әсәһе ҡушып киткән эште югереп йөрөп тамамлап ҡуя.Эше бөткәс күрше Гөлмираға югерә.Уйынға инде әүрәп кенә китһәләр,сыбыҡ тотоп Сөйөмбикә килеп етә лә, ҡыҙын һыҙырып,шарылдатып алып ҡайтып китә.Илаһа-ауыҙын бөрә тотоп семтеп ала.Ни өсөн йәберләнгәнен генә аңламай Көнһылыу.
Уҡыуға ла етеҙ,шәп булды ҡыҙ.Күрше ауылға йөрөп уҡынылыр,арыным,тип мыжыманы,иламаны .Ауыр сумкаһын йөкмәп,иң беренсе югереп китер ине мәктәпкә.
Һылыу,дан ҡыҙ булып буй еткерҙе Көнһылыу.Тулҡынланып торған сәсе,ике йондоҙ кеүек янып торған күҙҙәре,ҡыйғас ҡаштары,күл ҡамышындай ҡуйы керпектәре,ап-аҡ ҡына түңәрәк йөҙө,нәҙекәй биле,нәҙек оҙон бармаҡтары кемде генә,ай, ғашиҡ итмәне икән дә,кемдең генә төн йоҡоһон урламаны икән!Күрше ауыл егеттәре лә ҡапҡа тышында таң һыҙылғансы көтөп йөрөрҙәр ине ҡоралай кеүек ғорур ҡыҙҙы-ҡырҡ ерҙән тыйҙы ҡыҙын Сөйөмбикә!Шаг атлатманы.
,,Күрше ауылдың егеттәренә ,,отправка" килгән,иртәгә армияға оҙаталар!" Ошо хәбәр йәшен тиҙлеге менән ауылға ,урамға,һәр өйгә тарала.Егеттәрҙе оҙатырға ҡарты ла ,йәше лә оло юлға сыға.Ҡайһы йәйәүләп, сәпиттә,ҡайһы ат егеп,ҡайһы һыбай ,матай менеп баралар.Көнһылыу ҙа иптәштәре менән йәйәү генә барҙылар күрше ауылға,аяҡтары ергә әллә тейҙе,әллә юҡ! Сәстәре ҡырып алынған,ялтыр башлы егеттәрҙе ҡыҙҙар тәүҙә оялып ҡына ситтән күҙәттеләр.Ә егеттәр үҙәктәрҙе өҙөп,гармунда һыҙҙыралар.Ҡара ерҙә тыпырҙығы сығып,саң-туҙан борҡотоп бейегән ҡайҙа ул!Баҫҡан урында сыҙап торорлоҡтор шул!Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ҡулға -ҡул тотоношоп,ҙур түңәрәк яһап ,бейеүгә ҡушылалар.Түңәрәк эсендә әрмегә китеүселәр ҙә,гармыунсы егеттәр!Өйөлөшөп торған халыҡ янына бартауай машина килеп туҡрай.Улдарын оҙатҡан әсәйҙәр йәшереп кенә яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөп ҡуялар.Атайҙар күкрәктәрен кирә биреп,ғорур ғына ситтә баҫып торалар:ышту һин!Уландары ил һаҡларға баралар!Әсәйҙәре улдарына икмәк тешләтәләр,түш кеҫәһенә генә һыймалы ҡыҙыл моҡсайға һалынған тере тупраҡ һалдатҡа бара торған һәр егеттең усына йомдорола-был йоланы ауылдың оло инәйҙәре башҡара:тыуған ереңде һағынһаң-ошо тупрағыңды еҫкәп алырһың-тыуған ер еҫе һағышыңды баҫыр!Ошо ғәзиз тупраҡты һаҡлау-һеҙҙең бурыс!Кәсәләрҙән һөт уртлаталар.Беҙҙең халыҡта кешене юлға оҙатҡанда ҡосаҡлаш-үбеш ,муйындарға аҫылынып торош юҡ бит ул!Илаш та ,сәрелдәш тә,олош та юҡ.Аҡ ҡағыҙҙарға яҙылмаған,ә быуындан-быуынға күскән, йөрәгебеҙҙең иң-иң түрендә урын алған тәүфиҡ,сабырлыҡ,тип аталған әҙәп,тәртип,сик бар.Ана шул тәртипте боҙмай беҙҙең халыҡ,шул сикте аша атламай!Сабыр ғына оҙата ,сабыр ғына көтә белә ҡатындар!
Мәрәкәләш,күңел күтәрер шаян йыр-таҡмаҡ бар!Бына күреген йырта яҙып бер егет ,гармун телдәренә баҫа,егеттәр йыр башлай:
Военкомат ишек алдын
Тапамам ,тигән инем!
Өҙөлөп һөйгән йәнкәйемде
Ташламам ,тигән инем!
Ә ҡыҙҙарҙың йөрәктәре күкрәктәрен йыртып сығырҙай булып ашҡына!..Көнһылыу янына Ғүмәр югереп кенә,юҡ,осоп ҡына килә лә,ҡолағына шыбырлай.Көнһылыуҙың йөҙө алһыуланып китә,ут булып яна!
-Хат яҙһам буламы?-ти егет,үҙе Көнһылыуҙың сәғер күҙҙәренә баға.
-Яҙ һуң...яҙ!-тип шыбырлай ҡыҙыҡай,сигелгән ҡулъяулығын егеттең усына йомдороп.Шунан егеттәр машинаға тейәлә башлайҙар!Гармун тартҡан егеттәр ҙә военкоматҡа тиклем оҙатырға баралар беҙҙең яҡта.
Егеттәр тейәлгән машина,саң туҙҙырып ҡуҙғалып китә.Ә дәртле йырҙары ауыл урамдарына,Һаҡмар буйҙарына тиклем яңғырап китә!
Военкомат ишек алдын
Тапарға тура килде.
Өҙөлөп һөйгән йәнкәйемде
Ташларға тура килде!
Бәләкәй малайҙар,һыбайлы егеттәр машина артынан сабалар.Үргә менгәнсә оҙатып баралар шулай.
Ҡыҙҙар күңелһеҙләнеп ҡалалар, югереп килгән һуҡмаҡтары буйлап шым ғына кире ҡайтыу яғына ыңғайлайҙар...
(Дауамы бар)