Ашығыс медицина ярҙамы табиптары Салауат ҡалаһында киҫкен миокард инфаркты менән сирләгән 56 йәшлек иргә ярҙам күрһәткән.
Социаль селтәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, өйҙә пациент күкрәк артында көслө ауыртыу кисерә һәм ашығыс ярҙам саҡыра. Табиптар шулай уҡ тире ҡатламының аҡһыл булыуын, пульс һәм тын алыу йышлығының тиҙләшеүен билдәләй. Тикшереү ваҡытында пациенттың тын алыуы туҡтай һәм йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге билдәләре барлыҡҡа килә, был тиҙ арала ярҙам күрһәтеүҙе талап итә.
СМП бригадаһы 20 минут эсендә ашығыс реанимация саралары - үпкәләрҙе яһалма елләтеү һәм йөрәк массажы үткәрә. Был йәшәү өсөн мөһим функцияларҙы тергеҙеү мөмкинлеген биреп, ир ҡала дауаханаһына килтерелә», - ти министр. Ҡабул итеү бүлмәһендә кардиолог һәм реаниматолог ҡарағандан һуң, пациентты реанимация бүлегенә оҙаталар. Ашығыс рәүештә коронар арт стентировкалы транслюминаль баллонлы ангиопластика үткәрелә.
Сирле дауахананан сығарылған һәм йәшәгән урыны буйынса кардиологтар күҙәтеүе аҫтында тора.
Автор: Дарья Субботина
https://www.bashinform.ru/.