Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар , 06:40

Ҡартайған ауыл йоҡлай...

Йоҡоһоҙлоҡ. Таң һыҙыла.Тәрән йоҡола ауыл.Торам тәҙрә ҡаршыһында,Әйтерһең, бер һағауыл.

Ҡартайған ауыл йоҡлай...
Ҡартайған ауыл йоҡлай...

Йоҡоһоҙлоҡ. Таң һыҙыла.
Тәрән йоҡола ауыл.
Торам тәҙрә ҡаршыһында,
Әйтерһең, бер һағауыл.

Үле тынлыҡ.Сана сыжлап
Ҡырпаҡ ҡарҙан юл ярмай:
Малсылар таң һарыһынан
Ат егеп, эшкә бармай.

Тәҙрәләрҙә бер-бер артлы
Ҡабынмай иртүк уттар:
Мәктәптә белем алырлыҡ
Балалар инде юҡтар.

Һаман торам. Күҙҙәремә
Осмот та йоҡо йоҡмай.
...Һаташыулы төштәр күреп,
Ҡартайған ауыл йоҡлай.

(М.Байғарина)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: