Урта һөнәри белем тураһында дипломды 60 мең һумға һатып алырға теләгән ҡатын-ҡыҙға Ейәнсура районында йәшәүсе ярҙам итергә була, ул кәрәкле сумманы колледж директорына тапшыра.
Әммә тәртип һаҡсылары был законһыҙ килешеүҙе асыҡлай. Һөҙөмтәлә, уның бөтә ҡатнашыусылары ла ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә эләгә. Суд аралашсыны ришүәт алыуҙа ғәйепле тип таба.
Ир үҙ ғәйебен таныған. Уға ике йыл шартлы рәүештә, өс йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнә. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ришүәт биреүсегә һәм ришүәт алыусыға ҡарата эш материалдары айырым производствоға бүленгән.
Бынан алда Өфөнөң Совет район суды ФЕДЕРАЛЬ ЯЗА БАШҠАРЫУ ХЕҘМӘТЕ ИДАРАЛЫҒЫНЫҢ элекке бүлек начальнигын ҡулға алыуҙы оҙайтты.
Автор: Дарья Субботина.
https://www.bashinform.ru/.