Ҡар аҫтында һаның етмәҫ орлоҡ ята-
Шытып сығыр өсөн яҙҙы көтә.
Ҡанаттарын ҡауыштырып , күбәләктәр
Йоҡлай әле. Осор өсөн иртә.
Болот йыртығынан нурҙар күҙләп,
Ҡыҙыҡ күреп ҡояш баҡҡан була.
Нурһыҙ мөмкин түгеллеген күреп,
Ул, ахыры, ләззәт тапҡан була.
Ҡар һалҡыны! Ялҡынға тиң- өтә генә!
Һәр бер әҙәм ҡабалана төйәгенә.
Һөйәгемә үткән һыуыҡ ҡалтыратмай,
Ҡалтырата төшкәндәре йөрәгемә.
Әлдә әле, инә ҡоштай, өмөт йәшәй,
Яҡты, йылы бары уның ҡанат аҫты.
Йөрәгемә үткән һалҡындарҙан
Төйәк итеп йәшерәмен шунда башты.
Р. Хисаметдинова.