"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы бәхетле әсәгә күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамына ҡағылышлы яңылыҡтар буйынса комментарий биреүен һорап шылтыратҡас, Гөлназ:
«Мин бала табыу йортонда, бөгөн генә сығырға әҙерләнәбеҙ. Сабыйыбыҙ 16 ғинуарҙа донъяға килде, Наҙгөл тип ҡуштыҡ. Һеҙ миңә шылтыратҡас, Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы табиптарына, хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», тип яуап биргән.
Наҙгөл – Ҡорманаевтарҙың татыу ғаиләһендә етенсе ҡыҙ. Быға тиклем «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Атай ҡаһарманлығы», «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләнгән Гөлназ менән Айнур 5 малай, 6 ҡыҙ тәрбиәләй.