Әлфиә Ғөбәйҙуллина һәм Рәзилә Зәйнәғәбдинова электрға тоташтырылған хәҙерге заман йөн иләгес машинала эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Фәрҙиә Хәлилова бала сағында өләсәһенән нисек эшкә өйрәнгәнен иҫкә алып, боронғо йола буйынса эш алымы нескәлеген, ә Тимербикә Шәрипова орсоҡ менән иләүҙе күрһәтте. Сара йырҙар һәм сәй өҫтәле артында күңелле итеп аралашыу менән тамамланды.
https://vk.com/wall-165580124_5422