Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн танылған йәш йырсы Сәйет Билалов тыуған көнөн билдәләй

Йырсы 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Сәйет бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. “Өйҙәренең тупһаһына ултырып йә берәй йыр көйләй, йә ҡурай уйнай торғайны. Йырҙары ябай ҙа, моңло ла, йөрәккә ятышлы, күңелгә үтеп инә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ”, - ти яҡташтары.Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә.Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән шөғөлләнә.

Бөгөн танылған йәш йырсы Сәйет Билалов тыуған көнөн билдәләй
Бөгөн танылған йәш йырсы Сәйет Билалов тыуған көнөн билдәләй

Йырсы 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Сәйет бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. “Өйҙәренең тупһаһына ултырып йә берәй йыр көйләй, йә ҡурай уйнай торғайны. Йырҙары ябай ҙа, моңло ла, йөрәккә ятышлы, күңелгә үтеп инә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ”, - ти яҡташтары.
Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә.
Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була.
Билаловтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Исемдәре лә матур: Ислам, Сәлимә, Әминә. Әйткәндәй, кәләше Зилиә менән Сәйет бер районда тыуып үҫеп, Әбеш урта мәктәбендә уҡыған.

Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Бөгөн танылған йәш йырсы Сәйет Билалов тыуған көнөн билдәләй
Бөгөн танылған йәш йырсы Сәйет Билалов тыуған көнөн билдәләй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: