Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Телеңде йоторлоҡ!

Был салат өсөн 2 кг ҡыяр, 1 кг кишер, 1 баш һарымһаҡ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 100 мл аш һеркәһе, 100 мл көнбағыш майы, корейса кишер өсөн тәмләткес.

Телеңде йоторлоҡ!
Телеңде йоторлоҡ!

Был салат өсөн 2 кг ҡыяр, 1 кг кишер, 1 баш һарымһаҡ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 100 мл аш һеркәһе, 100 мл көнбағыш майы, корейса кишер өсөн тәмләткес.
1. Ҡыярҙарҙы оҙонсалап йә түңәрәкләп турайбыҙ.
2. Кишерҙе лә йыуып, оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрергә.
3. Һарымһаҡты таҙартып иҙергә.
4. Сөм һауытта ҡыяр, кишер, һарымһаҡты бергә бутарға. Һеркә менән көнбағыш майын ҡойорға. Тәмләткестәр өҫтәргә. Яҡшы итеп болғайбыҙ.
5. Яҡшы итеп ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер-нисә тапҡыр болғап торорға.
6. Бер нисә сәғәт үткәс, салатты банкыларға һалып сығырға, өҫтәренә һутын ҡойорға.
7. Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, банкыларҙы ҡуйып, банкыларҙың муйынына етмәҫлек🤏 итеп һыу ҡойорға. Банкылар өҫтөн ҡапҡастар менән ябып ҡына тороп, ут тоҡандырабыҙ. 10-15 минут "һыу мунсаһында" йәғни водяная баняла тотабыҙ. Шунан һуң, ҡапҡастарын нығытып ябып, түңкәреп ҡуябыҙ.


Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото интернеттан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: