Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Толом-толом сәскәйҙәр

Сәс оҙон, матур булһын өсөн дөрөҫ тәрбиәләргә, ҡуп­шы йө­рө­төргә кәрәк.

Толом-толом сәскәйҙәр
Толом-толом сәскәйҙәр

Сәс оҙон, матур булһын өсөн дөрөҫ тәрбиәләргә, ҡуп­шы йө­рө­төргә кәрәк.

Сәсте ныҡ ҡайнар йәки һап-һалҡын һыу менән йыуырға ярамай. Майлыраҡ бул­ған һайын, һыу һалҡыныраҡ булһын. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кис көнө сәсен йыуа ла еүеш сәс менән йоҡларға ята. Был айырыуса зыянлы. Сәстәрҙе һәр саҡ киптереп ятырға кәрәк.
Кис йоҡлар алдынан башҡа массаж эш­ләргә иренмәгеҙ. Был ҡан йөрөшөн яҡ­шырта һәм сәс шуның менән туҡлана.
Витаминдар менән байытылған яҡшы шам­­пунь ҡулланырға тырышығыҙ.
Сәскә алоэнан эшләнгән ҡатнашма ыңғай йоғонто яһаясаҡ: 2 ҡалаҡ алоэға 2 ҡалаҡ бал, 1 йомортҡа һарыһы, 2 балғалаҡ һарымһаҡ һуты ҡушып бутарға. Ҡатнашманы башҡа һөр­төп, ярты сәғәттән йы­уырға.
Гәрсис ҡатнашмаһы ла файҙалы: 2 ҡалаҡ үҫемлек майына 2 ҡалаҡ гәрсис онтағын, 2 ҡалаҡ ҡайнар һыу, 1 йомортҡа һарыһы һәм 2 балғалаҡ шәкәр ҡушып бутайһың. Уны сәс төптәренә һылап, шыптыр кейеп, таҫтамал менән башты урайһың да, 15 минуттан йыуаһың. Гәрсистән тиренең әсетеүе ихтимал, шуға артыҡ оҙаҡ тотмаҫҡа кәңәш ителә. Бындай файҙалы ҡатнашмаларҙы аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡулланһағыҙ, сәсегеҙ нығынып, йомшарып, ялтырап китер.

Толом-толом сәскәйҙәр
Толом-толом сәскәйҙәр
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: