+19 °С
Болотло
Баланды йыуып, таҙартып иҙәбеҙ. Һөйәгенән таҙартырға дуршлаг аша үткәреп алабыҙ.Алманы әрсеп, эсен таҙартып,ваҡ итеп турап 2 аш ҡалағы һыу һалып 20 минутҡа бешерергә ҡуйырға.
20 минуттан һуң ️бешкән алмаға шәкәр ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатып тағы 20 минут ҡайнатабыҙ.
Ҡуйырған алмаға алдан әҙерләнгән балан массаһын өҫтәп минут ҡайнатып алабыҙ.
Стерилләнгән банкаларға эҫе джемы тултырып ҡапҡастарын ябабыҙ.
Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тәмләп сәй эсергә витаминлы джем әҙер.
Бер банкаға:500 гр алма
250 гр балан
2-3 аш ҡалағы һыу
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын
https://vk.com/bashkortvk