-4 °С
Болотло
Корейса турама өсөн кәрәк буласаҡ:
кыяр – 3кг,
кишер, башлы һуған - 2-әр штук,
1-әр баш һарымһаҡ, әсе борос,
кориандр орлоғо - 2 балғалаҡ,
9 процентлы уксус - 1 стакан,
көнбағыш майы - 1 стакан,
шәкәр – 0,5 стакан,
Тәменә ҡарап тоҙ алына.
Ҡыяр артыҡ ҙур булһа, эсен орлоғонан таҙартырға. Һарымһаҡты, әсе боросто ваҡлап турарға. Кориандрҙы кофемолкала иҙергә. Барлыҡ йәшелсәне турағас, бар тәмләткестәрҙе, тағы 3 ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәп, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәгәһенә был турамаға ҡалған майҙы өҫтәп, стерилләнгән банкаларға һалғас, шулай уҡ стерилле ҡапҡас менән ябып ҡуйырға. Ашығыҙ тәмле булһын!