ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?

Гортензия үҫтергеһе килеп тә, тәүәкәллеге етмәгәндәргә кәңәштәр.

Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?

Һуңғы осорҙа гөл-сәскә яратыусыларҙың баҡсаһын гортензия ҡыуаҡтары биҙәй башланы. Кемдекелер күҙҙе иркәләп, күршеләрҙе көнләштерерлек итеп ҡуш йоҙроҡтай тумалаҡланып, сәскәгә күмелә. Ҡыҙыҡмаҫлыҡ та түгел: йәй буйы биҙәгән матурҡайҙарҙың ниндәй генә төҫлөһө юҡ та ниндәй генә сорты юҡ! Ҡайһы берәүҙәрҙеке, киреһенсә,  селек һеперткеһеләй, йүнләп үҫеп китә алмай йонсой.

 Гортензия үҫтергеһе килеп тә, тәүәкәллеге етмәгәндәргә кәңәштәр.

Гортензия күләгәле урынды ярата. Көнө буйы ҡояш ҡыҙҙырған урында ул сәскәләре менән ҡыуандырмаясаҡ. Шуға ла ҡыуаҡ ултыртыр өсөн көндөҙ күләгә төшкән урын һайлағыҙ.

Икенсенән, был матурҡайҙарға иркенлек кәрәк. Өсөнсөнән, ул әсе тупраҡты ярата. Кемдер Яңы йылға ултыртҡан шыршыны сығарып ташламай, энәләрен йыйып киптереп, ҡыуаҡ төбөнә һала. Сәскә атмай икән, төбөнә мул итеп һыу һипкәндән һуң, күнәк һыуға бер ҡалаҡ лимон кислотаһын эретеп, ҡыуаҡҡа ҡойоғоҙ. Ваҡытында туҡландырығыҙ. Гортензия өсөн махсус ашламалар бар, әгәр ундайын тапмаһағыҙ, рододендрон, вереск өсөн булғаны ла ярай. Яҙ көнө иһә һәр ҡыуаҡ төбөнә сәскә атҡан гөлдәр өсөн махсус ашлама һалып сығырға була.

 

Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: