ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Иртән эскән бер стакан һыуҙың файҙаһы тураһында нимә беләһегеҙ?

Уянғас та 1-2 стакан һыу эсеү эске ағзаларҙы әүҙемләштерергә, уянырға булышлыҡ итә.

Кардиологтар ятыр алдынан да 1 стакан һыу эсергә тәҡдим итә. Йыш ҡына төнөн торорға мәжбүр иткәнгә йоҡлар алдынан һыу эсергә теләмәйем тигәндәрен ишетергә тура килә.

Был йәһәттән врачтар бына нимә ти:

Ятҡас, тәндең аҫҡы өлөшө бөйөр кимәлендә була, шуға шыйыҡсалар китә, сөнки организмға быны горизонталь торошта эшләүе еңелерәк.

Токсиндарҙы сығарыу өсөн организмға билдәле бер минимум һыу кәрәк.

 Эсеү ваҡыты ла бик мөһим, һыу билдәле бер мәлдә генә организм эшмәкәрлегенә йоғонто яһай:

-ашар алдынан 1 стакан һыу аҙыҡ эшкәртеү өсөн яҡшы;

-һыу, мунса инер алдынан 1 стакан һыу ҡан баҫымын кәметә;

-йоҡлар алдынан 1 стакан һыу инсульт һәм инфарктты иҫкәртә.

Бынан тыш, ҡорошҡаҡ тотоуын иҫкәртә, сөнки аяҡ мускулына һыу етмәһә, ул төндә тартыша.

Организмға һыу етһә, кеше үҙен еңел, көслө, дәртле тоя. Йәшерәк тә, сәләмәтерәк тә була.

Иртән эскән бер стакан һыуҙың файҙаһы тураһында нимә беләһегеҙ?
Иртән эскән бер стакан һыуҙың файҙаһы тураһында нимә беләһегеҙ?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: