Ашаған аҙығыбыҙҙа С витамины булырға тейеш: алма, әфлисун, лимон, кәбеҫтә, киви, татлы борос, ҡыҙыл сөгөлдөр, гөлйемеш төнәтмәһе.
В2 витамины: һөт, эремсек, бауыр, балыҡ, ҡарабойҙай, борсаҡ, сәтләүек, арыш икмәге, һоло бутҡаһы, йомортҡа.
А витамины: кишер, һыйыр майы, ҡыҙыл ыуылдырыҡ, алма, сыр, һөт, күрәгә.
Е витамины: көнбағыш, етен майы, миндаль, фундук, арахис, авокадо.
Көндәлек ашаған ризығығыҙға мотлаҡ ошо витаминдарҙы индерегеҙ һәм һау-сәләмәт, йәш, матур булығыҙ!