ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башланды... Былтырғы ҡырмыҫҡа һәм бетсә

Химик юл менән бөтмәй, бәлки ошо төнәтмә ярҙам итер? Һынап ҡарайыҡ!

Ҡырмыҫҡалар һәм бетсә (тля) - баҡсасылар өсөн афәт һымаҡ. Был бәләкәй ҡоротҡостар  үҫемлектәргә етди зыян килтерә. Агрономдар ҡырмыҫҡалар менән көрәштә ябай, әммә һөҙөмтәле ысул тәҡдим итә, ул ҙур сығымдар талап итмәй. Бының өсөн һуған тышы кәрәк буласаҡ. Баҡтиһәң, уның еҫен ҡырмыҫҡалар яратмай икән. Был "Моғжизәле эретмә"не әҙерләү өсөн литрлы банканы һуған тышы менән тултырып һыу ҡойорға, 1-2 тәүлек тоторға. Артабан, ҡырмыҫҡалар йыйылған урындарҙы 7-10 көн һайын ошо состав менән эшкәртергә. Тиҙҙән ҡырмыҫҡалар баҡсағыҙҙы ташлап китәсәк. Бынан тыш, ул бик яҡшы тәбиғи ашлама булараҡ үҫемлектең туҡланыуына һәм үҫеүенә булышлыҡ итә. Вәт шулай, һынап ҡарағыҙ! 

Башланды... Былтырғы ҡырмыҫҡа һәм бетсә
Башланды... Былтырғы ҡырмыҫҡа һәм бетсә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: