ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йолҡоп алдым йөрәгемде, илттем уны һиңә, йәнем...

Заманында ханым хәрби структурала махсус тәғәйенләнеш бүлегендә сибәр, офицер, күбеһе яңғыҙ ир-егеттәр араһында психолог булып эшләй, әммә көслө заттар араһында береһенең дә һөйөүен яулай алмай. “Уларҙың барыһы ла мине дуҫ итеп итеп күрҙе. Әммә ауыр рюкзак күтәреп, походҡа барғанда, марш бросокта, кроста бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙырға уйламаны. “Һин бит үҙең көслө!” - тип улар аптырауын белдерә торғайны.  Көслө ҡатын-ҡыҙға ғашиҡ булмайҙар - шуны аңланым”, - тип яҙа ул һәм тормошонда булған хаталарҙы миҫалға килтерә.

Йолҡоп алдым йөрәгемде, илттем уны һиңә, йәнем...
Йолҡоп алдым йөрәгемде, илттем уны һиңә, йәнем...

Һуңғы осорҙа психологтар әүҙемләште, улар социаль селтәрҙе яулап алды, әҙ-мәҙ интеренттан мәғлүмәт туплағандары ла етерлек. Шулар араһында Елена Сюррҙың фекере иғтибарҙы йәлеп итте.

 Яҙ - тәбиғәттең уянған, бөрөләр тирткән, тирә-яҡтың йәшелләнгән, ҡош-йәнлектәрҙең парлашҡан ваҡыты, әлбиттә, ул кешегә лә ҡағылмай ҡалмай. Ғүмерлек йәр булырлыҡ тормош иптәшен һайлағанда ҡатын-ҡыҙға нимәгә иғтибар итергә кәрәк? Психологтың гүзәл заттарға арнап яҙған фекерҙәре бик әһәмиәтле. Шуларҙың ҡайһы бере менән таныштырып үтке килә.

 Ҡатын-ҡыҙ күберәк үҙен яратырға тейеш, әгәр   башкөллө ғашиҡ булһа, ул кешегә бәйлелек барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй психолог. Заманында ханым хәрби структурала махсус тәғәйенләнеш бүлегендә сибәр, офицер, күбеһе яңғыҙ ир-егеттәр араһында психолог булып эшләй, әммә көслө заттар араһында береһенең дә һөйөүен яулай алмай. “Уларҙың барыһы ла мине дуҫ итеп итеп күрҙе. Әммә ауыр рюкзак күтәреп, походҡа барғанда, марш бросокта, кроста бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙырға уйламаны. “Һин бит үҙең көслө!” - тип улар аптырауын белдерә торғайны.  Көслө ҡатын-ҡыҙға ғашиҡ булмайҙар - шуны аңланым”, - тип яҙа ул һәм тормошонда булған хаталарҙы миҫалға килтерә.

Карьерала уңышҡа өлгәшкән ҡатын йорт һыһазы һатып алғанда ла ире менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тип тапмай һәм әлбиттә, етди кеше итеп ҡабул итмәгәне өсөн ире үпкәләй. Ғаилә тарҡала.

 Үҙенә оҡшаған йомарт ирҙе тап иткәс, үҙе лә аңламаҫтан, кире ҡылығы менән үҙенән биҙҙерә. Яҡын мөнәсәбәт булдырғас, ире эшһеҙ ҡала, алты йыл дауамында тормош арбаһын үҙе тарта, аҡса таба. Ҡатынды өйҙә тотоуы ауыр була. Таяҡ ике осло тиҙәр шул. Балаларға, ғаиләгә иғтибар бөтә, ире хөрмәт итмәй башлай.

Шуға ла ҡатын-ҡыҙ йүгереп йөрөп, тырышып донъя көтһә, ир-егеттәр үҙҙәрен иркен тоя, ял итә. Ир кеше көслө булһын өсөн, ҡатын-ҡыҙға көсһөҙ булырға кәрәк, тип иҫәпләй Елена Сюрр.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар? Елкәгә менеп ултырған, эшләргә яратмаған көслө затты нисек мотвацияларға? Фекерҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

 

 

 

 

Йолҡоп алдым йөрәгемде, илттем уны һиңә, йәнем...
Йолҡоп алдым йөрәгемде, илттем уны һиңә, йәнем...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: