ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Келәмдәге таптарҙы бөтөрөү буйынса лайхфак

Келәмдәге иҫке таптан ҡотолоу өсөн, түбәндәге эретмәне яһарға кәңәш ителә.

Келәмдәге таптарҙы бөтөрөү буйынса лайхфак
Келәмдәге таптарҙы бөтөрөү буйынса лайхфак

Сода. Ул һут, морс һымаҡ эсемлектәр түгелгәс барлыҡҡа килгән яңы таптарҙы яҡшы бөтөрә. Сода келәмдәге таптарҙы бөтөрөп кенә ҡалмайса, андағы насар еҫтәрҙе юҡҡа сығарыуы менән дә иғтибарға лайыҡ. Бының өсөн: яңы барлыҡҡа килгән тапҡа, йыш-йыш итеп сода һибеп, ярты сәғәт тоторға кәрәк. Һуңыраҡ уны туҙан һурҙырғыс менән таҙартырға. Сода урынға крахмал йәки тоҙ ҡулланһаң ҙа була. Нашатырь спирты келәмгә байтаҡ һеңергә өлгөргән иҫке таптарҙы юҡҡа сығара. Тик уны асыҡ төҫтәге келәмдәрҙе таҙартыу өсөн генә яҡшы. Ни өсөн тигәндә, ҡара төҫтәге келәм уның тәьҫирендә төҫһөҙләнергә мөмкин. Келәмдәге иҫке таптан ҡотолоу өсөн, түбәндәге эретмәне яһарға кәңәш ителә. Ярты литр һыуға бер сәй ҡалғы кер йыуыу порошогы, 10 мл нашатырь спирты һалып, таплы урынды яҡшылап ышҡырға кәрәк. Һуңыраҡ уны ҡоро сепрәк салфетка йәки менән һөртөп алырға онотмағыҙ.

Келәмдәге таптарҙы бөтөрөү буйынса лайхфак
Келәмдәге таптарҙы бөтөрөү буйынса лайхфак
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: