ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Аҡылдан яҙмайым тиһәң, картуф аша, ти белгестәр... Ысын булһа.

Ғалимдар картуфтың кеше организмына тәьҫирен өйрәнгән. Һөҙөмтәлә, был йәшелсәнең ҡартайғанда аҡылдан яҙмауға (деменциянан һаҡлауға) булышлыҡ итеүен асыҡлағандар. Көнөнә бер тәрилкә иҙелгән картуф ашау өлкәндәрҙең хәтерен яҡшырта...

Ғалимдар картуфтың кеше организмына тәьҫирен өйрәнгән. Һөҙөмтәлә, был йәшелсәнең ҡартайғанда аҡылдан яҙмауға (деменциянан һаҡлауға) булышлыҡ итеүен асыҡлағандар. Көнөнә бер тәрилкә иҙелгән картуф ашау өлкәндәрҙең хәтерен яҡшырта. Шулай уҡ иткә ҡарағанда, картуфты күберәк ашаған кешеләрҙә йөрәк өйәнәге булмай.

Ғалимдар картуфтың организмға күберәк зыян килтереүе, унан һимереүҙәре тураһындағы һүҙҙәрҙе инҡар итә алған. Картуф С һәм В витаминының бар төрҙәренә бай икән. Тик картуф файҙалы булһын өсөн уны һыуҙа, мейестә йәки ҡабыҡлы итеп бешерергә кәрәк. Ә бына ҡыҙҙырылған картуф (фри), чипсы ысынлап та зыянлы, тип белдергән ғалимдар.

Тимәк, картуфты күберәк ултыртырға кәрәк, дуҫтар!

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1989228

Аҡылдан яҙмайым тиһәң, картуф аша, ти белгестәр... Ысын булһа.
Аҡылдан яҙмайым тиһәң, картуф аша, ти белгестәр... Ысын булһа.
Автор:
Читайте нас: