ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ЙӘЙГЕ АЯҠ КЕЙЕМЕНӘ КҮСМӘНЕГЕҘМЕ ӘЛЕ?

 Аяҡ кейеме ҡыҫһа, уның эсенә спирт йәки уксус һалһағыҙ, ул бер аҙ йомшарып һуҙылып китер. Туфли йәки сандалийығыҙ ныҡ тыҡылдаһа, табанына эҫе әлиф йәки етен, кастор майы һөртөгөҙ.

ЙӘЙГЕ АЯҠ КЕЙЕМЕНӘ КҮСМӘНЕГЕҘМЕ ӘЛЕ?
ЙӘЙГЕ АЯҠ КЕЙЕМЕНӘ КҮСМӘНЕГЕҘМЕ ӘЛЕ?

Аяҡ кейемендәге насар еҫте мамыҡҡа водород периксы һөртөп, эсен шуның менән ышҡып таҙартырға була.

 Дезинфекциялау өсөн формалин файҙаланыла. Туфли- итектәрҙең эсен формалинға мансылған сепрәк менән һөртөп, бер тәүлеккә полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуяһың. Һуңынан елләтәһең.

 Замш аяҡ кейемен таҙартыу өсөн тәүҙә уны пар аҫтында тотоғоҙ ҙа, щетка менән ышҡып таҙартығыҙ. Ныҡ бысраҡ булған хәлдә нашатыр спирты һалынған һабынлы һыу менән йыуалар.

Аяҡ кейеме һыуланмаһын өсөн балыҡ майы, балауыҙ, скипидар һалынып эшләгән эретмә менән табанын эшкәртегеҙ. Кипкән аяҡ кейеме кремын скипидар һалып, һуңынан уны йылыла тотоп яңыртырға була.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: