ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡош-ҡорт үҫтереүселәргә кәңәш

Себештәр, бәпкәләр алдығыҙмы әле? һеҙгә бер-нисә кәңәш тәрбиәләүҙә.

Ҡош-ҡорт үҫтереүселәргә кәңәш
Ҡош-ҡорт үҫтереүселәргә кәңәш

* Себештәр бер урынға өйөлөп ятһа, улар­ға йылы етмәй. Бер-береһен тапамаһын тиһәгеҙ, үҫеп нығынып алғансы ҡыҙыл лампа (инфракрасная лампа) ҡуйыу кәңәш ителә.
* Тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре ҡоро урынды ярата, өйрәк һыуға, дымға бирешеп бармай. Өйрәк бәпкәләренә емде лә һыулыраҡ әҙерләгеҙ. Ҡаҙ бәпкәләренә ойоған һөт килешеп етмәй, уларҙың аҙығын әсемәгән һөткә болғарға кәрәк.
* Ҙурайған (бер нисә аҙналыҡ) себеш, бәпкә алһағыҙ, нимә ашап йәшәгәндәр, шуны дауам итегеҙ, яйлап үҙегеҙҙең аҙыҡҡа күсерегеҙ. Һатыуҙа бөтә төр ярма бар, әммә үҙегеҙ эшләп алһағыҙ - яҡшыраҡ. Мәҫәлән, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре өсөн бойҙай, һоло һәм кукурузды ваҡ итеп ярҙырып әҙерләнгән ҡатнаш аҙыҡ шәп буласаҡ. Ҡоштарҙың рационына витаминлы үләндәр - кесерткән, клевер, бәпембә, меңьяпраҡ индерергә онотмағыҙ.
* Себеш янында һәр ваҡыт ҡом һәм таҙа көл торһон. Көл һәр төрлө паразиттарға ҡаршы көрәш өсөн кәрәк, улар ваҡыты-ваҡыты менән көл ваннаһы ҡабул итергә тейеш.
* Ҡош-ҡорт алған көндө үк профилактика йәһәтенән түбәндәге ҡатнашманы эсерергә мөмкин: 1 стакан һөткә 1 йомортҡа һарыһын, бысаҡ осонда ғына порошоклы антибиотик (тетрациклин йәки биомицин) һалып болғатығыҙ ҙа пипетка ярҙамында һәр себешкә йәки бәпкәгә икешәр тамсы бирегеҙ.

Ҡош-ҡорт үҫтереүселәргә кәңәш
Ҡош-ҡорт үҫтереүселәргә кәңәш
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: