ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

БӘПЕМБӘ...

БӘПЕМБӘНЕҢ ФАЙҘҺЫ ТУРАҺЫНДА БЫНА НИМӘ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК.

БӘПЕМБӘ...
БӘПЕМБӘ...
Бәпембә тамыры составында инулин, гликозид, алма кислотаһы, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Шуға ла халыҡ медицинаһында, нигеҙҙә, тамыры ҡулланыла. Ул май айында йәки август-сентябрҙә ҡаҙып алына. Тамырҙы һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында, күләгәлә киптерелә. Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә. Имеҙгән әсәләргә һөттәре артһын өсөн дә бәпембә тамыры төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә.
Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырҘЫ 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 20-30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә.
Япрағын да файҙаланып була. Бәпембә япрағы туҡланыуҙа ла урын тапҡан. Унан әҙерләнгән салат тәмле лә, шифалы ла. Аяҡ-ҡул һыҙлағанда, организм витаминдарға ярлыланғанда бигерәк тә файҙалы.
 
ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕГЕҘ!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: