Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ҠАН ҠУЙЫРҺА ИНЖИР АША

Аспиринды инжир менән алмаштыр!

ИНЖИР ҠАН ҠУЙЫРЫУҘАН ФАЙҘАЛЫ
Составында ҡандың составын көйләп, уға ҡуйырырға ирек бирмәй торған эфир майҙары булғанға, инжирҙы икенсе төрлө аспирин тип тә атайҙар.

Ай дауамында һәр көндө берәр инжир ашаһағыҙ, дарыуҙы эсергә лә кәрәкмәй. Дауаланыу курсын бер айҙан ҡабатлағыҙ.

Температура юғары булғанда, ангина, бронхит ваҡытында бер аш ҡалағы ваҡлап туралған инжирға ике стакан ҡайнар һыу һалып, ун минут һүрән утта ҡайнаталар. Һөҙөп алып, көнөнә дүрт тапҡыр эсәләр. Хәлһеҙлек, арығанлыҡ һиҙелгәндә, бер стакан йылы һөткә инжир һалып эсегеҙ.

Инжир баш мейе эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Бутерброд урынына инжирҙан яһалған салат ашаһағыҙ, йөрәгегеҙ ҙә яҡшы эшләр.

Салат өсөн 300 гр инжир, 150 гр ҡара емеш, 2,5 аш ҡалағы миндаль сәтләүеге, бер стакан кефир, бер әфлисун ҡабығы кәрәк була.
Инжир менән ҡара емеште, сәтләүекте ваҡлап турайбыҙ, ҡырғыста ҡырылған әфлисун ҡабығы менән кефир һалабыҙ ҙа болғатабыҙ. Шәкәр ҡушырға кәрәкмәй. Бына шулай! Файҙаһын күрегеҙ!

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1994762

ҠАН ҠУЙЫРҺА ИНЖИР АША
ҠАН ҠУЙЫРҺА ИНЖИР АША
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: