ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Меренгалы алма ләүәше

Рецебы ябай: 

Меренгалы алма ләүәше
Меренгалы алма ләүәше
Ҡамыр

80 гр. һыйыр майы
50 гр. ҡаймаҡ
1 сәй ҡалағы разрыхлитель
130 гр. он

Һыйыр майын иретәбеҙ. Ҡаймаҡ, разрыхлитель, он һалып ҡамыр яһайбыҙ һәм бер аҙ һыуытҡыстата ял иттерәбеҙ.

250 гр. алманы ҡабығынан әрсеп, ҙур булмаған киҫәктәргә турайбыҙ.

Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып майланған табаға йәйәбҽҙ, оҫтөнә алманы теҙәбҽҙ. Ул арала крем яһайбыҙ.

Крем
1 йомортҡа
40 гр. сметана
20 гр. он
30 гр. шәкәр ҡомо

Барыһын ҡушып, болғатабыҙ. Алма өҫтөнә ағыҙабыҙ.

Алдан йылытылған мейескә 180 градусҡа 40 минутҡа ҡуябыз. Ул арала меренга яһайбыҙ.

Меренга
2 йомортҡа ағы
30 гр. шәкәр пудраһы

Йомортҡа ағын шәкәр пудраһы ҡушып миксер менән купертәбеҙ.

Ләүәште 40 минуттан һуң алып өҫтөнә меренга һылайбыҙ. 10 минутҡа мейескә ҡуйып алабыҙ.
https://vk.com/bashkortvk
л.Хәйруллина фотоһы. 
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: