ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ошолай эшләгәнегеҙ бармы? Ып- ысын ярҙам итә!

Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы); 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;

Сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;

Помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;

Помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;

Һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1995164

 

Ошолай эшләгәнегеҙ  бармы? Ып- ысын ярҙам итә!
Ошолай эшләгәнегеҙ бармы? Ып- ысын ярҙам итә!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: