ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Былтырғы һыҙатлы мөртәттәр күренәме?

Һеҙ уларға ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?

Дегет һабыны еҫенән ҡурҡа, шуның иретмәһен һибегеҙ.

Колорадо ҡуңыҙы яратмаған үҫемлек төнәтмәләре менән эшкәртергә. Улар әрем, ялан ҡырҡбыуыны (полевая хвощ), календула, гәрсис (горчица), һуған ҡабығы еҫен яратмай икән, тик прцедураны кискеһен башҡарығыҙ.

 Көл менән эшкәртеү. Картуф һабағын колорадо ҡуңыҙы ашамаһын өсөн сәскә атҡанға тиклем һәм сәскә атҡандан һуң һибелә.

Гәрсис онтағы (горчичный порошок) менән эшкәртеү. Йәй буйына 3 тапҡыр һибергә. Картуф һабағын эшкәртеү өсөн иретмәне нисек эшләргә һуң? 1 литр һыуға 3 аш ҡалағы гәрсис онтағы һалып, 48 сәғәт төнәтергә. Унан был концентраттты 10 литр һыу менән бутарға. Эҫе һыу булһа һәйбәтерәк, төнәтмә 6 сәғәттән әҙер буласаҡ. Артабан 50 грамм ваҡланған һабын ҡушып, картуф һабаҡтарына һиптереп сығырға.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2042187
Былтырғы һыҙатлы мөртәттәр күренәме?
Былтырғы һыҙатлы мөртәттәр күренәме?
Автор:
Читайте нас: