ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Үләндәрҙе бергә ҡушып сәй эсеү хәүефле ул

Дарыу үләндәренән шифалы сәй яһайбыҙ тип, бер нисәүһен һалып бешерәбеҙ. Әммә үләндәр ҙә төрлө-төрлө, бергә ҡулланырға ярамағандары бар.Үләндәрҙе бергә бутамағыҙ

Дарыу үләндәре менән дауаланыу электән килә. Шифалы сәй яһайбыҙ тип, бер нисәүһен һалып бешерәбеҙ. Әммә үләндәр ҙә төрлө-төрлө, бергә ҡулланырға ярамағандары бар.

Мәҫәлән, ҡан баҫымын төшөргән һәм күтәргән, ашҡаҙандың әселеген арттырған һәм кәметкән, ҡан ойошоуына булышлыҡ иткән һәм ҡанды шыйығайтҡан, тамыр тибешен шәбәйткән һәм аҡрынайтҡан, ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлеген әүҙемләштергән һәм тынысландырған үләндәрҙе бергә ҡулланырға ярамай. Быларҙы белмәгәндә, өҫтәүенә хроник сирҙәр булғанда һаулыҡҡа төҙәлмәҫлек зыян килтерергә, хатта ғүмерең менән хушлашырға мөмкин.

Түбәндә шул үләндәрҙең исемлеген бирәбеҙ. Аңлайышлыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн - рус телендә.

ҠАН БАҪЫМЫ
Түбәнәйтә: адонис, акация, арника, астрагал, барвинок, береза, боярышник, брусника, буквица, валериана, вербена, гинкго, диоскорея, донник, душица, ежевика, земляника, ива, календула, клевер, конский каштан, ландыш, лещина (орешник), лен, липа, лофант, малина, медуница, мелисса, мята, одуванчик, омела, пажитник, пастушья сумка, пион уклоняющийся (марьин корень), подорожник, пырей, рута, рябина, сирень, софора, сушеница, спорыш, таволга (лабазник), тмин, тысячелистник, хвощ, хмель, череда, черника, чистец, шелковица, шиповник, шлемник.
Күтәрә: аралия, бессмертник (цмин), дрок, женьшень, зверобой, лимонник, пижма, родиола розовая, родиола четырехраздельная (красная щетка), татарник, толокнянка.
Бер аҙ ғына күтәрә: галега (козлятник), дягиль, кошачья лапка, левзея, пырей, солодка, чертополох, шалфей.

ҠАН ОЙОШОУЫ
Шыйығайта: акация, гинкго, донник, диоскорея, ежевика, ива, клюква, конский каштан, лещина (орешник), лофант, шелковица.
Айырыуса ныҡ шыйығайта: диоскорея, донник, конский каштан, лещина.
Ныҡ шыйығайтмай: каланхоэ, мелисса, мята, цикорий.
Ҡанды ҡуйырта: алтей, арника, арония (черноплодная рябина), бадан, валериана, горец, дуб, зверобой, калган (лапчатка прямостоячая), калина, крапива, кошачья лапка, кровохлебка, кукурузные рыльца, лопух, манжетка, одуванчик, пастушья сумка, пижма, подорожник, софора, спорыш, тысячелистник, хвощ, чистец, щавель конский.
Шуларҙан ҡан ағыуын туҡтата: горец почечуйный, кровохлебка, пастушья сумка, подорожник, тысячелистник.

ИҪКӘРМӘ 1. Арника, арония, валериана, калган, софора, тысячелистник, чистец ҡанды ҡуйыртһа ла, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла.

ИҪКӘРМӘ 2. Ҡан баҫымын түбәнәйткән һәм ҡанды шыйығайтҡан үләндәр - бер үк нәмә түгел. Ҡайһы бер кеше әгәр үлән ҡан баҫымын төшөрә икән, тимәк, ҡанды шыйығайта тип уйлай. Һәм киреһенсә. Йышыраҡ шулай булһа ла, иҫкәрмәләр ҙә бар. Мәҫәлән, арника, бадан, кровохлебка, пастушья сумка, софора, спорыш, тысячелистник, хвощ, чистец ҡан баҫымын түбәнәйтә, әммә шул уҡ ваҡыта ҡанды ҡуйырта.

ТАМЫР ТИБЕШЕ
Аҡрынайта: барвинок, диоскорея, ива, сушеница, хмель, шалфей.
Шәбәйтә: тысячелистник, сосна (хвоя, веточки, шишки, смола), укроп.

АШҠАҘАН ҺУТЫ КИСЛОТАҺЫ
Түбәнәйтә: мята, ромашка, солодка, сушеница.
Күтәрә: аир, душица, крапива, лимонник, подорожник, рябина, спорыш.

ҠАЛҠАН БИҘЕ
Эшмәкәрлеген тынысландыра: зюзник, бер аҙ мелисса һәм черноплодная рябина.
Эшмәкәрлеген әүҙемләштерә: дрок, бер аҙ лимонник һәм лен.

ИҪКӘРМӘ 3. Тынысландыра һәм теремекләндерә торған үләндәрҙе лә бергә ҡушырға ярамай. Әммә бөтә тынысландыра торғандары ла (барвинок, валериана, боярышник, пустырник, ромашка, хмель, чистец, шлемник) ҡан баҫымын түбәнәйтә, ә дәртләндерә торғандары (аралия, женьшень, лимонник, родиола) ҡан баҫымын күтәрә икәнен онотмаҫҡа.

ИҒТИБАР! БЫЛ ЯҘМА АУЫРЫУҘАРҘЫ ДАУАЛАУҒА ҠУЛЛАНМА ТҮГЕЛ, Ә ТАНЫШТЫРЫУ МАҠСАТЫНАН ҒЫНА БИРЕЛДЕ. ДАУАЛАНЫУ АЛЫМДАРЫ ТУРАҺЫНДА ДАУАЛАУСЫ ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ КӘРӘК.

(Лира ЯҠШЫБАЕВА шәхсән битенән)

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2045956

Үләндәрҙе бергә ҡушып сәй эсеү хәүефле ул
Үләндәрҙе бергә ҡушып сәй эсеү хәүефле ул
Автор:
Читайте нас: