ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Өй янында ниндәй ағас-ҡыуаҡ ултыртырға ярай һәм киреһенсә, ҡайһыһынан кешегә кире йоғонто бар?

Миләш (мышар) ағасы негатив уйҙарҙан арындыра, төрлө бәхәстәрҙән һәм низағтарҙан,  балан иһә йортта йәшәгәндәрҙе төрлө сирҙәрҙән һаҡлай.  Саған йортта йәшәгәндәргә...

Өй янында ниндәй ағас-ҡыуаҡ ултыртырға ярай һәм киреһенсә, ҡайһыһынан кешегә кире йоғонто бар?
Өй янында ниндәй ағас-ҡыуаҡ ултыртырға ярай һәм киреһенсә, ҡайһыһынан кешегә кире йоғонто бар?

бәхет, именлек йәлеп итә, артыш насар күҙҙәрҙән, төрлө боҙоҡлоҡтарҙан, бысраҡлыҡтарҙан һаҡлай. Әлморон ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Ҡарағас насар кәйефте, негатив уйҙарҙы тарата. Сейә өйгә бәхет тарта. Ишек алдында алмағас үҫә икән, тимәк йортҡа шатлыҡ, бәхет эйәләй. Һынамыштар буйынса акация ҡыуағы ла йорттағы өлкән йәштәге һәм бала-сағаны һаҡлай, тип иҫәпләнә.

Йәшәгән өй янына ҡайын ултыртырға ярамай, ҡайғы килтерә тигәндәр боронғолар. Имән энергияны үҙенә һура. Ишек алдындағы тал  үҫкән йорт хужаһы күҙ йәштәренә мансылып, михнәтле тормош көтә. Уҫаҡ үҫкән ерҙә иреш-талаш, аңлашылмаусанлыҡ, михнәт көт тә тор. Өйләнә алмай, кейәүгә сыға алмағандарға туя үҫтерергә ярамай, ҡара тал үҫкән ерҙә үлем хәбәре ишетеүе бик  мөмкин, тирәк бер береһен һөйгәндәрҙе айыра, өйгә насарлыҡтар тартып килтерә, ҡарағай – башҡа үҫемлектәргә үҫергә ирек бирмәй, муйыл кеше тормошонда кире тәҫьир итергә мөмкин тип яҙа Интернет селтәре. Ә һеҙ ошондай юрау-һынамыштарға ышанаһығыҙмы?

 

Өй янында ниндәй ағас-ҡыуаҡ ултыртырға ярай һәм киреһенсә, ҡайһыһынан кешегә кире йоғонто бар?
Өй янында ниндәй ағас-ҡыуаҡ ултыртырға ярай һәм киреһенсә, ҡайһыһынан кешегә кире йоғонто бар?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: