Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Еләк-емештән ҡайнатмалар

Ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡайнатмалар

Еләк-емештән ҡайнатмалар
Еләк-емештән ҡайнатмалар

Ҡурай еләгенән ҡайнатма

1 кг ҡурай еләге, 1,5 кг шәкәр алына.
Еләк менән шәкәр ҡомон ҡатлап һалып, 10 сәғәт самаһына һалҡынса урынға ҡуйырға ла 20 минут самаһы ҡайнатырға.

Ҡарағаттан «Биш минут»
ҡайнатмаһы

1 кг ҡара йәки ҡыҙыл ҡарағатҡа 1 стакан һыу, 1,5 кг шәкәр алына.
Еләктәрҙе таҙалап йыуып, һарҡытырға. Һыу менән шәкәр ҡомонан шәрбәт ҡайнатырға. Ҡайнап торған шәрбәткә ҡарағатты һалып, ҡайнатып сығарырға ла йәнә 5 минут утта тоторға. Был осраҡта ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға ҡойоп, тимер ҡапҡас ябырға кәрәк.

Сейә ҡайнатмаһы

Тосо йәки һөйәге алынған ҡайнатма өсөн 1 кг сейәгә - 1,5 шәкәр, тослоһона 1,5 кг шәкәр һәм 200 г һыу кәрәк.
Ҡайнатманы эмаль йәки еҙ һауытта эшләйҙәр. Тосо таҙартылған сейәнең өҫтөнә шәкәр ҡомо һалып, 4-5 сәғәткә һалҡынса урынға ҡуялар. Унан талғын утта 20 минут ҡайнатып алалар.
Тосло сейә ике тапҡыр ҡайнатыла. Башта шәрбәт яһап, йыуылған еләккә эҫе килеш ҡойорға ла 8-10 сәғәт ултыртып торорға. Унан талғын утта 10 минут ҡайнатып алып, 8-10 сәғәткә йәнә алып ҡуйырға. Шунан инде сейә әҙер булғансы ҡайнатыла.

Еләк-емештән ҡайнатмалар
Еләк-емештән ҡайнатмалар
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: