Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ һынамыштары. Дөрөҫ булырмы икән?!.

Тикшереп ҡайбыҙмы?

8 июлдә ямғыр яуһа - бал уңа.

9 июлдә ямғыр – сентябрь айына ямғырға ишара. Әгәр көн ҡояшлы булһа, бер аҙна  ошундай һауа торошо көтөлә.

10 июлдә ямғыр яуһа, “Әбейҙәр сыуағы» ла шулай үтер.

11 июлдә урман шау-шыуһыҙ ғына шаулаһа – ямғыр көтөгөҙ

12 июль - Питрау. Был көндән һуң үҫемлектәр үҫеүҙән туҡтай. "Питрау етте - йәй үтте" тигән әйтем дә бар. Был көндө ямғыр яуһа, икмәк уңмай тип һанайҙар.

13 июль - кәкүк ҡысҡырһа, йәй дауам итә, ҡар һуң төшә тигән һынамыш бар

14 июлдә йондоҙҙар емелдәшеп, таң менән болоттар күренһә - көслө йәшенгә.

15 июлдә ағастарҙа һары япраҡ күренһә, иртә көҙ һәм ҡышҡа. 

16 июлдә оҙонморон һәм серекәйҙәр түңәрәкләнеп осһа, 7 көн ямғырһыҙ буласаҡ.

17 июлдә болоттар бер буй булып һуҙылып аҡһа - йылы көнгә.

18 июль кисе көндөҙгә ҡарағанда йылыраҡ булһа - ямғырға.

19 июль дымлы булһа, сентябрь ҡоро була.

20 июль  ямғыр бер-ике сәғәтләп яуһа - ашлыҡ өсөн зарарлы.

21 июль ай тоноҡланһа, июль аҙағы аҙ ямғырлы.

22 июль ҡурай еләге уңһа - һалҡын ҡышҡа.

23 июль - ҡайын япрағы ағастың осонан һарғая башлай икән - иртә көҙгә.

24 июль – күк гөрһөләп ишетелһә, көслө ямғырға.

25 июль  ҡуйы томан күҙәтелһә, йәйҙең ҡалған өлөшө ҡоро һәм эҫе.

26 июль серекәйҙәр ҡоторһа – мул уңышҡа.

27 июлдә ямғыр яуһа, тағы 7 көнгә һуҙылыр.

28 июль - иртәнән ҡойоп ямғыр яуһа, көндәр эҫе торасаҡ.

29 июль ямғырлы икән, алдағы ике-өс көн дауам итәсәк.

30 июль - йәшен йәшнәһә көҙ ямғырлы, буранлы ҡыш килер.

31 июлдә көн эҫе булһа, декабрь һалҡын буласаҡ.

Халыҡ һынамыштары. Дөрөҫ булырмы икән?!.
Халыҡ һынамыштары. Дөрөҫ булырмы икән?!.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: