Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хужабикәләргә лайхфактар

Кер йыуа торған порошокты нимә менән алыштырыға була? Тәҙрәне ни менән йыуһаң, яҡшы таҙарта? Нимә менән паркетты һөртһәң, сыйылған урындарҙың эҙе ҡалмай? Унитазды нимә яҡшы таҙартҡанын беләһегеҙме?

Хужабикәләргә лайхфактар
Хужабикәләргә лайхфактар

Кер йыуырға порошок бөтһә,  һауыт-һаба  йыуа торған шыйыҡлыҡ та бара. Тәжрибәле хужабикәләр  бысранған яғаларҙы  таҙартыр өсөн күптән ҡуллана, баҡтиһәң. Күлдәкте йыуыр алынан 15 минут алда яғаға шул шыйыҡлыҡты һөртөп ҡуялар. Алдан ебетеп ҡуймаһаң да ауыр йыуылған урындар таҙара, тиҙәр.  Аҡ футболка, күлдәк, нәски йыуыу өсөн дә шул шыйыҡлыҡты туп-тура кер йыуған машинаға һалырға мөмкин.

Тәҙрәне  кукуруз крахмалы менән йыуғандарын ишеткәнегеҙ бармы?

Ул быяланы яҡшы таҙарта, ялтырата. Кукуруз крахмалының гранулалары бик ваҡ, шуға ла уны ҡурҡмайынса файҙаланырға мөмкин. Уға тәҙрә йыуа торған шыйыҡсаны ла ҡушырға мөмкин. Һөртөп алғандан һуң тәҙрәгеҙ ялтлап торасаҡ.

Келәмдә йәки диванда майлы эҙ ҡалдымы? Шул урынға кукуруз оно һибегеҙ ҙә 15 минутҡа ҡалдырығыҙ.  Үҙенә бар бысраҡты, майҙы һеңдергәс, саң һурҙыртҡыс менән таҙартып алығыҙ.

Быяла һауыт һабаны лимон кислотаһы менән йыуғанығыҙ бармы?

Сынаяҡ, сәйнүккә аҙ ғына һыу ағыҙығыҙ ҙа лимон кислотаһы ҡушығыҙ ҙа бер сәғәт тотоғоҙ. Бер сәғәттән һыуын түккәс, һауыт-һабаның нисек таҙарғанын күреп үҙегеҙ ҙә аптырарһығыҙ.

Паркет менән обойҙы майонез менән таҙартҡанығыҙ бармы? Паркет иҙәндә тырналған эҙҙәр булһа, йылы һыу менән йыуып алғандан һуң, шул урынға аҙ ғына майонез һөртөп, 15 минутҡа ҡалдырығыҙ. Майонезды һөртөп алғас, паркеттағы тырналған эҙҙе тапмаҫһығыҙ ҙа.

Бала тәрбиәләгән кеше уларҙың обойҙа рәсем төшөрөргә яратҡанын белә. Йомшаҡ сепрәккә саҡ ҡына майонез һөртөп, рәсемдәрҙе һөртөп ҡарағыҙ әле – бик тиҙ йыуылырға тейеш.

Лимон кислотаһы унитазды химикаттан яҡшыраҡ таҙарта. Бер нисә ҡап лимон кислотаһы  пакетын унитазға һибеп, бер-ике сәғәткә ҡалдырығыҙ.  Аҙаҡ “ершик” менән таҙартып ҡуйығыҙ.

Хужабикәләргә лайхфактар
Хужабикәләргә лайхфактар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: