Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хужабикәләргә лайфхактар

Ҡулланып ҡарағыҙ

Хужабикәләргә лайфхактар
Хужабикәләргә лайфхактар

Туҙандан нисекҡотолорға?

Ваҡ туҙан, сүп-сар өлөшсәләре һәм хатта беҙҙең тир - йортта бөтә нәмә өҫтө ултыра икән. Шуға күрә көн һайын еүеш сепрәк менән һөртөргә кәрәк. Туҙан барлыҡҡа килеү процесын тотҡарлау ысулы бармы? Баҡтиһәң, эйе. Энтузиастар оҙаҡ эксперимент үткәрә һәм һөҙөмтәле формула таба: йыуғанда һыуға антистатиклы шампунь йәки бер аҙ кондиционер өҫтәп, саңлы урындарҙы һөртөп сыҡһаң, туҙан бер нисә тапҡырға яйыраҡ йыйыла икән. Вәт!

Тәҙрә йыуыу ысулы

Тәҙрә йәки берәй быяла өҫтөн йығанда һис икеләнмәй кукуруз крахмалын ҡуллана алаһығыҙ. Ул быяланы бик яҡшы таҙарта, ялтырата. Кукуруз крахмалының гранулалары бик ваҡ, шуға күрә уны ҡурҡмайынса файҙаланырға мөмкин – боҙмаясаҡ, эҙҙәр ҡалдырмаясаҡ.
Уны йыуа торған һыуға ла ҡушырға мөмкин – тәҙрәләрҙәге бөтә бысраҡты бик еңел йыуып төшөрәсәк. Һөртөп алғандан һуң, тәҙрәләрегеҙ тап-таҙа буласак.

Кер йыуыу онтағын нимә алмаштыра ала?

Эйе, ундай әйбер бар! Һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡлыҡ. Тәжрибәле хужабикәләр ир-егет күлдәктәре яғаһын йыуыу өсөн әллә ҡасан ҡулланалар икән. Күлдәкте кер йыуа торған машинаға һалыр алдынан ошо шыйыҡлыҡты һөртөп ҡуйырға. Хатта алдан ебетеп тормаһаң да ағара. Ысынлап та, күлдәк яғаһында ла шул уҡ май бит инде.
Аҡ керҙәрҙе – футболка, күлдәк, ойоҡ йыуыу өсөн һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡлыҡты тура кер йыуа торған машинаға ла һалырға мөмкин.

Хужабикәләргә лайфхактар
Хужабикәләргә лайфхактар
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: